11:27 (UTC+5), 06 Октябрь 2011

Башҡортостанда тағы 60 әсә «Әсәлек даны» миҙалын алды

Әлфиә Әһлиуллина
Биш һәм унан күберәк балаһы булған 60 ҡатын-ҡыҙ бөгөн «Әсәлек даны» миҙалдарына һәм һөйөү- хөрмәткә лайыҡ булды. Республикала ошондай 34 меңдән ашыу ғаилә бар, уларҙа 113 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.
— Улар беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм өмөтөбөҙ, балалар ҙа бит изгелек, мөхәббәт һәм именлек хөкөм һөргән йорттарҙа донъяға килә, — тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. — Ваҡыт үткән һайын әсә роленең бала табыу ғына түгел, айырыуса уны шәхес булараҡ тәрбиәләүҙән тороуын да бик яҡшы аңлайһың. Балаларҙы тәрбиәләү бурысы башлыса әсәләр иңенә төшә, һәм был беҙҙе әсәләргә хөрмәт, иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡарарға бурыслы итә.
— Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ әсәлек бурысығыҙҙы һәм йорт мәшәҡәттәрегеҙҙе уңышлы башҡарыуҙан тыш, күптәрегеҙ производствола, социаль өлкәлә лә әүҙем хеҙмәт итә, йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем, — тине ул тантанала ҡатнашыусыларға.
Вице-премьер әйтеүенсә, бөгөнгө сара заман йәмғиәтенең әсә роленең мөһимлеген аңлауына асыҡ миҫал. Бындай ғаиләләргә республикала коммуналь, ҡайһы бер транспорт хеҙмәттәренә түләүҙәр буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар мәктәп формаһы һәм туҡланыу менән тәьмин ителә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж биш һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр алырға торлаҡ сертификаттары бирелә. 2011 йылда ғына күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамын ғәмәлгә ашырыу өсөн Башҡортостанда 650 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Үҙ сиратында наградланған әсәләрҙең күбеһе дәүләт ярҙамын һәм хәстәрлеген тойоп йәшәүен билдәләне. Мәҫәлән, алты егет әсәһе – Күгәрсен районы Ҡаҙир ауылынан Гүзәлиә Батина дәүләт субсидияһы алған һәм шәхси эшҡыуар булып киткән. Хәләл ефете Әнүәр менән улар үҙҙәренең ауылында ағас эшкәртеү цехы асҡан.
— Беҙ заманса ҡорамалдар һатып алдыҡ һәм хәҙер йүкәнән юғары сифатлы мунса бураһы эшләйбеҙ, — тине ул журналистарға.
Уның әйтеүенсә, оло улынан тыш, уларҙың ҙур ғаиләһендәге һәр кем теге йәки был дәрәжәлә производствола ҡатнаша. Ололары әлегә Башҡорт дәүләт аграр университетында урман хужалығы серҙәренә төшөнә, артабан иһә ул ғаилә эшен дауам итергә иҫәп тота. Ғаиләлә кинйәләре - алтынсы улдары тыуыуы ла производствоны йәйелдереүгә ҡамасауламаған.
— Улыма әле бер ай ҙа юҡ, — ти Гүзәлиә.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика