Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Сентябрь 2011, 12:35
Башҡортостанда төбәктәге иң эре ит эшкәртеү цехын асыу планлаштырыла
Башҡортостанда ит эшкәртеү комплексын төҙөү дөйөм аҙыҡ-түлек производствоһы үҫеше өсөн стимул буласаҡ. Был турала матбуғат конференцияһында республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин белдерҙе.
— Әлеге ваҡытта Башҡортостандың өс районында эре ит эшкәртеү үҙәктәрен төҙөүҙе күҙаллаған ҡыҙыҡлы инвестиция проекты әҙерләнә, улар сусҡасылыҡ комплекстарына иҫәп тотоп төҙөләсәк, — тине министр. – Шул иҫәптән республикала һәм яҡын-тирәлә тиңдәше булмаған ҙур, заманса һуғым цехы барлыҡҡа киләсәк, йыл дауамында унан миллионға тиклем баш мал үтәсәк.
Дөйөм агросәнәғәт комплексына килгәндә иһә, Евгений Маврин һүҙҙәренсә, быйыл тармаҡта йәнләнеү күҙәтелә. Әммә яҡын арала ҙур үҫеш көтөлмәй – ул йылына яҡынса ике процент кимәлендә фаразлана, сәнәғәттә иһә был күрһәткес биш-алты процент самаһы тәшкил итәсәк.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
инвестициялар
агросәнәғәт комплексы
проекттар
Читайте нас