Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2011, 12:32
Өфөнөң хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр тотороҡло тип баһалана
Һуңғы ике аҙнала Өфөнөң хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр тотороҡло булып ҡала. Башҡортостандың баш ҡалаһында рәсми рәүештә теркәлгән туғыҙ мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта ҡалалағы вакансиялар һаны 16 меңгә тиерлек етә.
Ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙ граждандар һәм ваканвияларҙың нисбәте әлеге ваҡытта 0,6 процентҡа тиң. Өфөлә рәсми теркәлеүсе эшһеҙлек кимәле әлегә 1,61 процентты тәшкил итә. Уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәттәре менән дөйөм алғанда 1500 кеше файҙаланған.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
мәшғүллек
хеҙмәт баҙары
Читайте нас