Университет тарихы музейында 1943 йылда Шугуровка ауылы янында табылған беренсе Татарстан нефтенең тамсыһы ла бар. Эргәһендә – Татарстанда 2007 йылда табылған өс миллиард тонна нефттең тамсыһы.
Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов Лев Толстой һәм Владимир Ульянов-Ленин белем алған билдәле 7-се аудиторияла булып сыҡты. Артабан 1877 йылдың 4 декабрендә беренсе студенттар йыйылышы үткән ҙур залда ике президент Башҡортостандан уҡырға килгән студенттар менән аралашты.