05:26 (UTC+5), 20 Сентября 2011

Тәүге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 700 тоннанан ашыу картуф һатылған

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле асылды. Уҙған ял көндәрендә улар республиканың 18 ҡалаһында үтте. Ямғыр ҙа ауыл хужалығы тауарҙары менән һатыу итеүгә ҡамасауламаны. Йәмғеһе 2320 сауҙа урыны ойошторолдо. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике көндә 984 тоннанан ашыу картуф, 608,5 тонна йәшелсә, 76,7 тонна бал, 147 тонна ит һатылған.
Дөйөм продукцияның 90 проценттан ашыуы Өфө йәрминкәләренә тура килде. 41 муниципаль райондан килгән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре баш ҡаланың 16 майҙанында өфөлөләргә йәшелсәләр, һөт, һөт продукцияһы, бал тәҡдим итте.
Бынан тыш, ауыл эшсәндәре үҙҙәре етештергән он, ярма һәм кондитер изделиеларының киң ассортиментын тәҡдим итте. Баҡсасылар һәм дача тормошон яратыусылар өсөн һатыуҙа үҫентеләр, орлоҡтар, сәскә бүлбеләре лә булды. Өфө халҡы 717,3 тонна картуф, 452,9 тонна йәшесә, 42,2 тонна бал, 102 тонна ит алды. Йәшелсә хаҡтары һорауға ҡарап ҡуйылды. Әгәр шәмбе көндө бер килограмм картуф 12 һум торһа, йәкшәмбе уны 8-10 һумдан һаттылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика