Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2011, 13:24

Йыл башынан Рәсәйҙәге банктар иҫәбе 19-ға кәмегән

Йыл башынан Рәсәйҙәге банктар иҫәбе 19-ға кәмегән. 2011 йылдың 1 сентябренә ҡарата кредит учреждениелары һаны тураһында мәғлүмәтте РФ Үҙәк банкыһының Сит ил һәм ижтимағи бәйләнештәре департаменты тапшырҙы. 1 ғинуарҙа илдә 1012 банк иҫәпләнһә, хәҙер уларҙың һаны 993 тәшкил итә. Филиалдар һаны 102 берәмеккә кәмегән – 2926-нан 2824-кә.
Вкладтарҙы страховкалау системаһында 903 банк ҡатнаша. Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ мәғлүмәтенә ярашлы, йыл башынан Рәсәйҙә 11 страховкалау осрағы теркәлгән.
— Әле тамамланмаған ағымдағы йылдың түләүҙәр күләме былтырғы һәм унан алдағы йылдар күрһәткестәренән ашты, ул 2008 йылдың рекордлы кире күрһәткестәренә яҡынлашты. Көрсөк эҙемтәләре әле булһа һиҙелә, - тине Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡтың генераль директоры Александр Турбанов Дәүләт корпорацияһы сайтындағы интервьюһында.
Йыл эсендә - 2010 йылдың 1 сентябренән 2011 йылдың 1 сентябренә тиклем – илдә банктар иҫәбе 43-кә кәмегән.
Башҡортостанда бөгөнгө көндә 78 кредит ойошмаһы эшләй. Йыл башында уларҙың һаны 77 ине.
Автор: Әлфиә Шәрәфетдиноа
Теги: банктар
Читайте нас