«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө ТЭЦ-ында мөһим ваҡиға булды: 29 августа яңы пар-газ блогы сафҡа индерелде. Быға бағышланған рәсми сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Республика башлығы газ турбинаһы ҡоролмаһының эше менән танышты һәм предприятие етәксеһе менән осрашты. «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инженерҙары Рөстәм Хәмитовҡа Өфө ТЭЦ-ын модернизациялау 2009 йылда башланыуы хаҡында әйтте. Инвестицион проекттың дөйөм хаҡы 1,5 миллиард һумдан ашты. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә станцияның электр ҡеүәте 48 мегаватҡа артып, ярты гигаватҡа етте, ә йылытыу ҡеүәте сәғәтенә 30 гигакалорияға үҫеп, сәғәтенә 1478 гигакалория тәшкил итте.
Швецияла етештерелгән SGT-800 газ турбинаһы ҡоролмаһы, “ЭМАльянс” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ике баҫымды көйләүсе Рәсәйҙә тәүге лицензиялы пар ҡаҙанлығы, шулай уҡ әүәлерәк ҡуйылған пар турбинаһы блоктың төп ҡорамалдары булып тора.
Башҡортостан Президенты журналистар һорауҙарына ла яуап бирҙе.
— Бер яҡтан, республика күләмендә – был бик үк ҙур ваҡиға түгел, сөнки 2-се ТЭЦ-та 50-60 мегаватлыҡ яңы ҡеүәт ғәмәлгә индерелә, - тине Рөстәм Хәмитов, - ләкин икенсе яҡтан, бында заманса ҡорамалдар ҡуйыла, «Башкирэнерго» ошо юлдан артабан да барасаҡ. Бындай заманса пар-газ турбиналарының файҙалы эш коэффициенты 40 проценттан ашып, 50-гә яҡынлашты. Был электр энергетикаһының киләсәге һәм ваҡиға нәҡ яңы технологияларҙы ҡулланыу йәһәтенән әһәмиәтле.
Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, «был яңы нигеҙҙә эшләгән заманса ҡорамал, ошо йәһәттән – беҙҙең өсөн был мөһим».
- Энергетика йәһәтенән үҙенең ҙур булмаған әһәмиәтлелегенә ҡарамаҫтан, был яңы ҡоролма 300 мең квадрат метр торлаҡты, йәғни 20-25 мең тирәһе кеше йәшәгән биҫтәне йылы менән тәьмин итәсәк. Монтажлау һәм сафҡа индереү этаптары тиҙ үтте, үтә ҙур сығымдар ҙа талап ителмәне. Былар барыһы ла замана күрһәткестәре, заманса технологиялар. Ошо йәһәттән станцияларыбыҙҙа бындай техниканың булыуы беҙҙең өсөн мөһим, - тип билдәләне республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Alstom менән берлектә төҙөгән предприятие хаҡында ла әйтте.
— Гидротурбиналар етештереү менән шөғөлләнәсәк предприятиеның ике хужаһы буласаҡ - Alstom һәм «РусГидро», - тине Рөстәм Зәки улы. – Башҡортостан Республикаһы был акционерҙар йәмғиәтендә ҡатнашмаясаҡ. Республика паритетлыҡ нигеҙҙә тиерлек технопарк булдырыуҙа ҡатнаша, уның составына әлеге предприятие инәсәк тә инде. Технопарк акцияларының 51 проценты - «РусГидро»ла, 49 проценты Башҡортостан Республикаһында, уставта ҡаралған башланғыс капитал – 4 миллиард һум.
Рөстәм Хәмитов «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Alstom менән берлектәге предприятиеһының булдырылыуы, бер ай элек килешеүгә ҡул ҡуйылыуы хаҡында әйтте.
— 2011 йылдың октябрь йәки ноябрь айында яңы завод төҙөләсәк урынға тәүге нигеҙ ташын һалыуҙы күҙаллайбыҙ. Завод Өфө районында, аэропорттан алыҫ түгел урынлашасаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, пар-газ ҡоролмаһы станция ҡулланған электр энергетиканы һаҡсыл ҡулланырға ярҙам итәсәк. Ағымдағы йылдың июнь айында ҡоролманы 72 сәғәт дауамында тулы ҡеүәтендә эшләтеп ҡарау уңышлы тамаланды. Был энергетик ҡоролманы аттестациялау һәм сафҡа индереү буйынса һуңғы технологик процедураларҙың береһе.