16:20 (UTC+5), 23 Августа 2011

Рөстәм Хәмитов: «2015 йылға инновацион продукция күләме Башҡортостанда 90 млрд һумға етергә тейеш»

Ғәлиә Нәбиева
2015 йыл аҙағына инновацион продукция күләме Башҡортостанда 90 млрд һумға етергә тейеш. Был хаҡта бөгөн Нанотехнологиялар конгресын асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Бөгөнгө көнгә ҡарата ул 15-20 тапҡырға артасаҡ.
— Беҙ быны эшләргә бурыслы. Юғиһә артта ҡалыусылар иҫәбендә буласаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
Халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Рөстәм Зәки улы, Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының ҡеүәтле, эре төбәге, тип билдәләне.
— Беҙҙең үҫешкән фәнебеҙ, ҡеүәтле предприятиеларыбыҙ бар. Бөгөнгө конгресс республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Башҡортостан Президенты. — Был ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы таныу ҙа ул.
Республикала ҙур институттар, тикшеренеү үҙәктәре уңышлы эшләп килә. Фән өлкәһендә 7,5 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. 60-тан ашыу ойошма эшләнмәләр менән шөғөлләнә.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан иң элек үҙенең нефтехимия фәне менән билдәле. Шул уҡ ваҡытта эре техник структуралар вәкилдәре лә иҡтисадыбыҙ үҫешенә һалмаҡ өлөшөн индерә.
— Республика инвестициялар һәм инновациялар тураһындағы диалог өсөн асыҡ, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. — Беҙ федераль проекттарҙа ҡатнашырға һәм үҙебеҙҙең эшләнмәләребеҙҙе тәҡдим итергә әҙер.
Сөнки нанотехнологиялар – ул перспективалы фән йүнәлеше генә түгел. Ул бихисап өлкәләр үҫешендәге катализатор. Һуңғы йылдарҙа нанотехнологик производстволар республикала йылдам үҫешә. Институттарыбыҙ үҙҙәренең практикаһында алдынғы технологияларҙы ҡуллана. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, республика инновацион проекттар конкурсында әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, уларҙы ҡулланылышҡа ла индерә.
Шул уҡ ваҡытта республика башлығы, Башҡортостан әле юлдың башында ғына, тип иҫәпләй.
— Беҙ әлегә үҙебеҙ хаҡында инновацион республика булараҡ һүҙ күтәрә алмайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Потенциалыбыҙ ҙур, әммә ғәмәлгә ашырылғандар әлегә күп түгел. Дөйөм төбәк күләмендә инновацион продукция өлөшө 5 проценттан артмай. Бер нисә мең сәнәғәт предприятиеһының инновацион яҡтан әүҙемдәре 300-гә лә тулмай. Беҙгә предприятиеларҙың сығымдар структураһында инновациялар күләменең бик бәләкәй өлөштө тәшкил итеүе оҡшамай. Сит ил ҡорамалдарын һатып алыуға өҫтөнлөк бирелә. Фәнни-техник сәйәсәт тейешле кимәлдә яҡлау тапмай.
Июндә республика «Роснано» менән Хеҙмәттәшлек тураһындағы ҙур килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Хәҙер килешелгәндәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эштәр көтөлә. Президент Башҡортостанда уңышлы ғәмәлгә ашырылған бер нисә проект хаҡында әйтеп үтте, наноиндустрия үҙәген булдырыуға бәйле бурыстарҙы билдәләне.
Роснано республика предприятиеларына проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ярҙам итә. Былтыр электрохимик станоктар етештереү производствоһы сафҡа индерелде. Әле ошо предприятие базаһында технопарк ойоштороу мәсьәләләре тикшерелә. «Жеспар-Биос» компанияһының нанокомплекстар нигеҙендәге «НаноДерм» косметика средстволары етештереү буйынса проектын финанслау мәсьәләһе хәл ителде. Ә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереү үҙәгенә әйләнә.
Бөгөн «Роснано» корпорацияһы республиканың һигеҙгә яҡын проектын ҡарай. Финанслауҙың дөйөм күләме 25 миллиард һумға етеүе ихтимал.
— Беҙгә әүҙем рәүештә башҡаса эшләүгә күсергә, сит илдәр тәжрибәһен өйрәнергә, әммә тәү сиратта үҙебеҙҙең үҙенсәлекле Рәсәй эшләнмәләрен тормошҡа ашырырға кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика