12:00 (UTC+5), 22 Июля 2011

Башҡортостан Көньяҡ Корея менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Көньяҡ Корея журналистары көн элгәре Башҡортостанға килде. Өс көнлөк пресс-тур сиктәрендә улар бер нисә сәнәғәт предприятиеларына барасаҡ һәм иҫтәлекле урындарҙы күрәсәк. Ә бөгөн дүртенсе власть вәкилдәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡабул итте. Ул ҡунаҡтарға төбәктең тәбиғәте, мәҙәниәте һәм социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләп, Башҡортостандың презентацияһын үткәрҙе.
Хәҙер Көньяҡ Корея журналистары, бында тәүгә булыусыларҙың һәр береһе, Башҡортостандың бай тәбиғәт ресурстарына, заманса сәнәғәт комплексына, үҫешкән социаль инфраструктураға эйә булған күп милләтле республика икәнен белә.
— Һеҙҙең мәҙәниәт, тәбиғәт, сәнәғәт тураһында беҙ күп нәмә белдек. Һеҙҙә бик оҡшаны, - тине сит ил делегацияһы башлығы – Корея матбуғат фондының башҡарыусы директоры Ким Хьен Хо.
Күргәндәрҙең һәм ишетелгәндәрҙең барыһы хаҡында ла улар мотлаҡ үҙҙәренең киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртасаҡтарын әйтеп, араларында потенциаль инвесторҙар булған күп һанлы уҡыусыла был мәғлүмәт ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, тигән ышанысын белдерҙе ул.
Үҙ сиратында Азамат Илембәтов Башҡортостандың Көньяҡ Корея менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә ҙур теләк белдереүе хаҡында әйтте.
— Юғары технологиялы бындай ил менән хеҙмәттәшлек итеү беҙҙең республика өсөн бик файҙалы буласаҡ. Рәсәй баҙарына инеү урындары эҙләгән Корея яғы ла нәҡ беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итер, тип уйлайым, - тине Премьер-министр.
Бөгөн республикала Корея капиталы ҡатнашлығында булдырылған өс предприятие бар. Ағымдағы йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Көньяҡ Кореянан алып йыйылған инвестициялар күләме 11 миллион АҠШ долларынан ашҡан. Башҡортостан инвесторҙар өсөн төрлө ташламалар ҡаралған инвестициялау йәһәтенән бик ҡулай төбәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азамат Илембәтов.
Осрашыу аҙағында яҡтар иҫтәлекле бүләк биреште, Премьер-министр үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостан делегацияһы Көньяҡ Кореяға яуап визиты менән барасағы хаҡында әйтте.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика