Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июль 2011, 09:50

Рөстәм Хәмитов: «Йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ – Башҡортостандың әҙер милли брендтары»

— Иҡтисад күҙлегенән ҡарағанда йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ – әҙер милли брендтар, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 июлдә йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. – Беҙгә бер нәмә лә булдырырға кәрәкмәй, ата-бабаларыбыҙ беҙҙең өсөн барыһын да эшләгән.
Аттар үрсетеү бик күп йылдар дауамында халҡыбыҙ иҡтисадының нигеҙе булды. Глобалләштереү шарттарында бындай символдарҙы һаҡлап ҡалыу ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Президент.
— Әгәр ҡымыҙ Башҡортостандыҡы икән, тимәк, ул иң яҡшыһы икәнлеге бар илгә билдәле. Башҡортостандағы йылҡысылыҡ тураһында ла шулай тип әйтергә мөмкин, — тип билдәләне республика башлығы. — Әҙер брендтар булыуы — ул етди конкурент өҫтөнлөгө һәм уны юғалтырға ярамай.
Башҡортостан Рәсәйҙә аттар иҫәбе буйынса икенсе урында. Республикалағы йылҡы өйөрө илдәге аттар иҫәбенең яҡынса 10 процентын тәшкил итә. Шуға күрә республикаға йылҡысылыҡ иҡтисадының тейешле кимәлдә булыуы һәм халҡыбыҙға файҙа килтереүе мөһим.
Президент республикала боронғо үҙенсәлекле тоҡомдарҙың береһе — башҡорт аты булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул сыҙамлылығы, етештереүсәнлеге, шулай уҡ йыл әйләнәһенә үҙ-үҙен аҙыҡ менән тәьмин итеүгә һәләтле булыуы менән айырыла. Бындай тоҡомға эйә булыу ҙа — конкурент өҫтөнлөк. Сөнки хәҙерге йылҡысылыҡ тарихи формалашҡан урындағы тоҡомдарға айырым иғтибар бүлә.
— Ләкин бөгөн башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе үҙе хәүеф аҫтында, — тип проблеманы билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә ниңә былай килеп сығыуын асыҡларға тура киләсәк. Йылҡысылыҡ продуцияһын һатыу мәсьәләһен, уның баҙарҙа ниндәй һорау менән ҡулланылыуын тикшереү зарур.
Беҙҙең республика йылына ике мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерә. Һәм был Рәсәйҙә дөйөм алғанда өс меңдән әҙ генә күберәк ҡымыҙ етештерелгәндә. Илдәге туберкулез учреждениеларының был эсемлеккә ихтыяжы 20 мең тонна самаһы тәшкил итә. Сауҙа селтәрҙәре ихтыяжы күп тапҡырға артығыраҡ.
— Бөгөн был продуктҡа баҙарҙа ихтыяж ҙур, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Уны ҡәнәғәтләндереү өсөн системалы эшкә күсергә һәм республикала йылҡысылыҡты үҫтереүҙең дөйөм стратегияһын булдырырға кәрәк.
Рөстәм Зәки улы йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеүҙәге сәнәғәт базаһының бушаҡ урындарын атаны. Магазин кәштәләрендә йылҡы ите продукттары йүнләп тәҡдим ителмәй. Яҡшы сифатлы ҡымыҙ һатып алыуы ла еңелдән түгел.
Башҡортостан Президенты һыбайлылар туризмын үҫтереү программаһының булмауына ла баҫым яһаны.
— Республикала ул башланғыс хәлдә һәм энтузиастар арҡаһында ғына йәшәп килә, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Был өлкәне биләгән кеше юҡ, һәм беҙ булмай, уны кем биләргә тейеш.
Башҡортостандың йылҡысылыҡты үҫтереүҙә яҡшы перспективалары бар. Ләкин үҙенән-үҙе улар ғәмәлгә ашмаясаҡ.
— Беҙгә етди эшләргә тура киләсәк, — тигән бурыс ҡуйҙы Президент. — Бөгөнгө кәңәшмә республика өсөн үтә мөһим булған тармаҡта тәртип булдырыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: