Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июнь 2011, 09:14
Табиптар ҡайтанан әҙерлек үтә
Республиканың 2011-2012 йылдарға һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә Башҡортостанда табиптар ҡайтанан әҙерлек үтә. Әлеге ваҡытта 65 белгес ҡайтанан уҡый башлаған.
— Быйыл 147 табипты ҡайтанан әҙерләү планлаштырылған. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә туғыҙ миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Ҡайтанан әҙерлек үтеүгә килгәндәр араһында буласаҡ эндоскопсылар, трансфузиологтар, травматологтар һәм рентгенологтар бар, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығының профессиональ белем биреү бүлеге баш белгесе Ольга Орлова.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
Читайте нас