Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:29 (UTC+5), 16 Июня 2011

Өфөгә Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы килде

Любовь Колоколова
Башҡортостандың баш ҡалаһына визит менән Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы — Рәсәй һәм яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса ассоциация (РОТОБО, Япония) президенты Такаси Нисиока етәкселегендә ассоциация вәкилдәре килде. Кисә кискеһен Япониянан килгән ҡунаҡтарҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында ҡаршы алдылар.
Бөгөн ошо визит сиктәрендә Өфөнөң Конгресс-холында Японияның хөкүмәт структуралары һәм эшлекле даирәләре вәкилдәре делегацияһы ҡатнашлығында Япония менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа һәм инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса конференция-семинар үтәсәк.
Эшлекле форум дауамында машина эшләү һәм энергия һаҡлауҙан алып баш ҡала инфраструктураһын һәм туризмды үҫтереүгә тиклем бөтә яҡтарҙы ҡыҙыҡһындырырҙай туғыҙ төп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары тикшереләсәк.
Белешмә өсөн. РОТОБО-ға 200-ҙән ашыу ағза инә. Улар иҫәбендә Японияның Mitsui, Sumitomo, Mitsubishi, TOYOTA, Honda, Nissan, SONY, Panasonic, TOSHIBA кеүек киң билдәле сәнәғәт һәм сауҙа корпорациялары, страховка һәм йөк-пассажирҙар ташыу компаниялары, банкылар, ғилми институттар, киң мәғлүмәт саралары, урындағы үҙидара органдары һәм башҡа ойошмалар бар.
РОТОБО-ның Башҡортостанға визиты яуап сәфәре булып тора: былтыр ноябрҙә беҙҙең республика делегацияһы был илдә булып ҡайтҡайны.
Япония делегацияһын бай эстәлекле программа көтә. Ул өс көнгә иҫәпләнгән һәм төбәктең сәнәғәт предприятиеларына һәм фәнни ойошмаларына барыуҙы, Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышыуҙы, эшлекле осрашыуҙар үткәреүҙе үҙ эсенә ала.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика