Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2011, 12:33
Республикала йомортҡа, картуф һәм шәкәр арзанайҙы
Май айында ҡулланыу хаҡтары индексы Башҡортостанда — 100,2%, аҙыҡ-түлек тауарҙарыныҡы 99,6 % тәшкил итте. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар индексы – 100,7%, хеҙмәттәрҙеке 100,6% кимәленә тиңләште.
Арыш икмәгенең хаҡы республика буйынса уртаса 27,2 һәм тәшкил итте (100,8%), 1-се һәм 2-се сортлы икмәк хаҡы – 26,79 һум (100,3%). Башҡортостанда йомортҡаға хаҡтар төштө. Бер тиҫтә йомортҡа 24,29 һум тора (64,3%). Шулай уҡ картуф менән шәкәр арзанайҙы — бер килограмм картуф өсөн уртаса 34 һум түләргә кәрәк (96,2%), бер килограмм шәкәр хаҡы – 37,99 һум (95,2%).
Борсаҡ һәм фасоль – 27,73 һум, аш тоҙо 7,8 һум тора.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
хаҡтар
Читайте нас