Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
12:35 (UTC+5), 06 Мая 2011

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондынан капремонтҡа миллиардҡа яҡын аҡса аласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
6 майҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһы идараһы Башҡортостандың 2011 йылға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын ыңғай хәл итте.
Хупланған заявкаға ярашлы, республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан 980,71 млн. һум аласаҡ, тип хәбәр иттеләр дәүләт корпорацияһынан. Был аҡсалар территорияла 75 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонтҡа, шулай уҡ 9 муниципаль берәмектәге 107 авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы икенсеһенә күсереүгә йүнәлтеләсәк. Үрҙә билдәләнгән программаларҙы бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 19 451 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2008-2010 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн, шул иҫәптән торлаҡ баҙары үҫешен дәртләндереү кәрәклеген иҫәпкә алып, ТКХ фонды средстволарынан 8,8 млрд, һум бүленгәйне. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк был суммаға 2,4 млрд. һум өҫтәне. Үрҙә күрһәтелгән программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 981 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелде һәм 306 авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр икенселәренә күсерелде, 193 653 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика