Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2011, 14:20

Рөстәм Хәмитов: «Банкылар ярҙамынан тыш бер эште лә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әлеге ваҡытта Өфлә барған бөтә Рәсәй банк-ара конференцияға йүнәлеш бирҙе.
— Был конференция иҫәп буйынса етенсе сара һәм Рәсәйҙең банк берләшмәһе өсөн был әһәмиәтле ваҡиға, – тип сәләмләне БР Президенты Р.З. Хәмитов форумда ҡатнашыусыларҙы. – Республика етәкселеге был традицияны бар яҡлап хуплай.
Рөстәм Хәмитов, республика 2010 йылды яҡшы социаль иҡтисади күрһәткестәр менән тамамланы һәм 2011 йыл тағы ла уңышлыраҡ буласаҡ тип фекер йөрөтөргә бөтә тәүшарттар бар, тип билдәләне. Төбәкте артабан үҫтереү эшендә банк берләшмәһенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
— Банк системаһы – беҙҙең ярҙамсыбыҙ. Һеҙҙә ресурстар ҙа, аңлау ҙа, профессиональ кадрҙар ҙа бар. Әйткәндәй, был Рәсәйҙә юғары профессиональ белгестәр менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителгән күп булмаған тармаҡтарҙың береһе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Ул, банкылар ҡатнашлығында ғына халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә: эш хаҡын арттырырға, яңы эш урындары булдырырға, торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкин, тип билдәләне.
— Ниндәй генә тармаҡты алмайыҡ, ниндәй генә эшмәкәрлек йүнәлешен ҡарамайыҡ – банк берләшмәһенең ярҙамынан башҡа был эштәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта һеҙ ҙә беҙ булмай тороп, ҡағиҙәләрһеҙ, нормалар, закондарһыҙ йәшәй алмайһығыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Власть һеҙ яҡшы эшләһен өсөн булдырылған да инде.
Ғилми-ғәмәли конференция «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» исеме аҫтында үтә, кредит ойошмаларының бығаса булған эшмәкәрлек стандарттарына төҙәтмәләр индереү һәм яңыларын ҡабул итеү юлы менән банктар эше сифатын артабан яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү – йыл да үткәрелеүсе форумдың төп маҡсаты.
— Әгәр баштараҡ, әҙерләнгән стандарттар банктарға ниндәйҙер өҫтәмә йөк, сираттағы күҙәтеү баҫымы булмаҫмы, тигән шигебеҙ булһа, хәҙер тап ошолай булғанда ғына эшебеҙҙең мәҙәниәтле, асыҡ, эшебеҙҙе көйләүселәребеҙгә генә түгел, клиенттарыбыҙға ла аңлайышлы буласағын аңлайбыҙ, — тине үҙенең сығышында Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян. — Стандартлаштырыу банк өлкәһендәге хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә булышлыҡ итә. Стандартлаштырылған бар нәмә конвейерға еңелерәк һалына. Был хеҙмәт күрһәтеүсегә лә, уның хеҙмәттәренән файҙаланыусыға ла уңайлы.
Гарегин Тосуняндың билдәләүенсә, стандарттар банкылар менән үҙҙәренең теләге буйынса ҡабул ителә һәм үҙенә күрә тәртип, үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәте лә булып тора: «Һеҙ бында джинсыларҙа килмәнегеҙ бит, костюмдар кейгәнһегеҙ».
Ул йәнә банк эшмәкәрлеген стандартлаштырыуға нигеҙ һалған фажиғәле һәләк булған Рәсәй Үҙәк банкыһы рәйесе урынбаҫары Андрей Козловты иҫкә алды, йыл һайын үткәрелеүсе форум тап уның иҫтәлегенә бағышлана. Ете йыл эшләү дәүерендә форумда ҡатнашыусылар менән 17 сифат стандарты ҡабул ителгән, тағы унауһының проекттары әҙерләнгән. 26 мартҡа тиклем дауам итәсәк форумда тап ошоларҙы тикшерергә кәрәк буласаҡ та инде.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: