07:33 (UTC+5), 31 Января 2011

Февралдә Башҡортостан пенсионерҙары арттырылған пенсия аласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
1 февралдән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы хеҙмәт пенсиялары күләме арта. Уның бөтөн суммаһы 8,8 процентҡа юғары буласаҡ.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айындағы пенсия күләмен 1, 088-гә ҡабатлап, өҫтәмәне үҙегеҙгә һанап сығарырға мөмкин.
Индексация һөҙөмтәһендә беҙҙең республика буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме - 7973 һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8290 һум тәшкил итәсәк.
— Республикала хеҙмәт пенсияһын алыусыларҙың барыһы ла, ә улар республикала бер миллион самаһы кеше, 2 февралдән яңы күләмдә пенсиялар аласаҡ, - тип ышандырҙы Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Социаль пенсиялар, дәүләт пенсиялары, шулай уҡ федераль ташлама алыусыларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләмен ағымдағы йылдың 1 апреленән арттырыу планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика