Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2011, 10:51

«Ирәмәл» паркы цивилизациялы ял итеү һәм ҡурсаулы тәбиғәтте һаҡлау урыны буласаҡ

2010 йылдың 31 декабрендә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 524-се ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Был ҡарар менән “Ирәмәл” тәбиғәт паркы дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылды.
БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы тураһында положение раҫланды.
Тәбиғәт паркы Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына инә һәм Башҡортостан Республикаһының Белорет, Учалы райондары ерҙәрендә урынлашҡан. Тәбиғәт паркы сиктәрендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 50 мең гектар самаһы тәшкил итә.
Положениела билдәләнелеүенсә, тәбиғәт паркы коммерция ойошмаһы түгел. Ул – Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте һаҡлау, рекреацион һәм экология-мәғрифәтселек учреждениеһы. Уның биләмәһе һәм акваторияһы махсус экологик, тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм эстетик ҡиммәткә эйә булған тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын үҙ эсенә ала.
Учреждениены тотоуға сығымдар “Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” айырым маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә финансланасаҡ.
Положениеға ярашлы, тәбиғәт паркына тәбиғәт комплекстарын, уникаль тәбиғәт участкаларын һәм объекттарын, уларҙағы күп төрлөлөктө, шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы һаҡлап ҡалыу бурыстары йөкмәтелә. Шулай уҡ ял (шул иҫәптән күмәк ял) өсөн шарттар булдырыу һәм рекреацион ресурстарҙы һаҡлап ҡалыу күҙаллана. Бөтә саралар тәбиғәтте һаҡлауҙың һөҙөмтәле алымдарын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә, тәбиғәт паркы биләмәһен рекреацион файҙаланыу шарттарында экологик балансты һаҡлауға йүнәлтеләсәк.
Парк территорияһында экологик яҡтан хәүефле сәнәғәт производстволары, ағас ҡырҡыу, юлдар ярыу, ағас әҙерләү, һунар һәм балыҡсылыҡ, урмандағы аҙыҡ ресурстарын әҙерләү һәм дарыу үләндәре йыйыу тыйыла. Тәбиғәт комплекстарына, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарына, рекреацион тәғәйенләнештәге һәм ғилми объекттарға зыян килтерерлек, шулай уҡ тәбиғәт паркы маҡсаттарына һәм бурыстарына ҡаршы булған һәр төрлө эшмәкәрлек сикләнә.
Тәбиғәтте һаҡлау өсөн туристик туҡталҡалар ойоштороу, палаткалар ҡуйыу, усаҡ яғыу, автомобилдәр ҡуйыу урындары, коммерция турҙары, спорт һәм ғилми экспедициялар үткәреү маршруттары парк дирекцияһы тарафынан билдәләнәсәк.
Уҡытыу-туристик, экскурсия һуҡмаҡтарын, трассаларын, маршруттарын (шул иҫәптән һыуҙа) файҙаланыу билдәләнгән режимды мотлаҡ үтәп, учреждение менән төҙөлгән договорҙар нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Граждандарҙың тәбиғәт паркына килеү лимиттары учреждение тарафынан биләмәне рекреацион маҡсаттарҙа файҙаланыуҙың ғилми йәһәттән нигеҙләнгән нормалары нигеҙендә билдәләнә.
Тәбиғәт паркы территорияһында урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, уны һаҡлауҙың дифференциацияланған режимы билдәләнә.
Парк биләмәһенең 20 процентын (9 735,8 га) үҙ эсенә алған ҡурсаулыҡ режимы зонаһы махсус һаҡланырға тейеш. Ҡурсаулыҡ режимы зонаһының төп функцияһы – тәбиғәт паркындағы тәбиғи-территориаль комплекстарҙың күп төрлөлөгөн, шул иҫәптән үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарының үҙенсәлекле һәм уникаль берлектәрен тулыландырыу һәм уның тәбиғи хәлен һаҡлап ҡалыу.
Ҡурсаулыҡ режимы зонаһы участкаларҙан тора. Уларҙың территорияһында тәбиғәтте һаҡлау һәм ғилми йәһәттән ҙур ҡиммәткә эйә булған яҡшы һаҡланып ҡалған экосистемалы ландшафттар бар:
тау-тундра экосистемаһының флора йәһәтенән күп төрлө һәм бай үҫемлектәре менән айырылып торған Кесе Ирәмәл тауы;
Төлөк һаҙлығы – Көньяҡ Уралда уникаль биокомплексҡа эйә булған иң ҙур мүкле һаҙлыҡ (уның эргәһендә Еләкле һәм Әүәләк тау һырттары урынлашҡан);
Ҡарағужа һаҙлығы; бында һирәк осрай торған һаҙ экосистемалары типтары урынлашҡан, Ағиҙелдең үрге ағымындағы тәбиғи гидрологик режимды һаҡлай.
Ҡурсаулыҡ зонаһында сикләнгән ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын реинтродукциялау рөхсәт ителә. Был эшмәкәрлек тәбиғәт объекттарының бөтөнлөгөн боҙмаҫҡа тейеш һәм үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләрен, зоологик коллекцияларҙы сығарыу тыйыла.
Ҡурсаулыҡ режимындағы зонала түбәндәгеләр тыйыла:
тәбиғи динамик процестарҙы бик аҙ боҙған махсус сараларҙан тыш, һәр төрлө хужалыҡ һәм рекреацион эшмәкәрлек;
билдәләнгән тәртиптә ғәмәлгә ашырылыусы ағастарҙы санитар киҫеүҙән тыш, һәр төрлө ағас ҡырҡыу төрҙәре;
һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ;
ҡырағай емеш-еләктәр, бәшмәк, орлоҡ, сәскә йыйыу һәм әҙерләү, үҫемлектәр донъяһын башҡа төрлө файҙаланыу;
тәбиғәт паркы территорияһын махсус һаҡлау режимын тәьмин итеү менән бәйле булмаған биналар, ҡоролмалар һәм линия объекттары төҙөү.
Бынан тыш, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы тураһында положениеға ярашлы тағы ла дүрт функциональ зона: көйләнгән рекреация зонаһы, рекреацион файҙаланыу зонаһы, сикләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге зонаһы һәм экологик коридор зонаһы айырып билдәләнә.
Автор:Светлана Ғәфүрова
Читайте нас: