11:33 (UTC+5), 24 Декабря 2010

Башҡортостанда банкылар секторы Рәсәйгә ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа баҫа

Светлана Ғәфүрова
— Башҡортостанда банкылар секторы бөтә донъя глобаль көрсөгөнән һуң Рәсәйҙәгегә ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа баҫа, – тип хәбәр итте йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы Милли банкы етәксеһе Рөстәм Мәрҙәнов.
Республикала банкылар секторы эшенә тотороҡлолоҡ хас: уҙып барыусы йылда түләүҙәр системаһы тотороҡло эшләне, республиканың бер банкы ла ябылманы, — тине Рөстәм Хәбиб улы.
Башҡортостанда Рәсәй менән сағыштырғанда банкылар системаһының йылдамыраҡ аяҡҡа баҫыуы төп күрһәткестәр буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр 2010 йылдың 1 ноябренә Рәсәй Федерацияһында банк активтары 8,5 процентҡа үҫешһә, Башҡортостан Республикаһында иһә – 15,2 процентҡа. РФ буйынса кредит биреү күләме 8,7 процентҡа артһа, БР буйынса – 27,2 процентҡа. Рәсәйҙә халыҡ вкладтарының үҫеше 21,3 процент тәшкил итһә, Башҡортостанда – 25,3 процент. Тотош ил буйынса банкылар капиталы күләме 0,2 процентҡа артһа, республика буйынса – 9,3 процентҡа.
Рөстәм Мәрҙәнов, уҙып барыусы йылда Башҡортостандың банкылар секторында бөтә төп күрһәткестәр буйынса ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелде, тип билдәләне. БР Милли банкы етәксеһе, 2010 йылда банкылар секторының килеме ике миллиард һумға яҡын тәшкил итте, ә 2009 йылда зыян алты миллиард һумға еткәйне, тип тә өҫтәне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика