Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Октябрь 2010, 13:00
Азат Йыһаншин: Малдың продуктлылығы буйынса Башҡортостан ҡалыша
Быйыл 9 айҙа республика хужалыҡтарының бөтә категорияларында 1835000 тонна һөт етештерелде. Һуйыуға тереләй ауырлыҡта 248500 тонна мал һәм ҡош-ҡорт тапшырылды, был 2009 йылдың шул уҡ осорона ҡарата 95,2 һәм 98,9 процент тәшкил итә. Был һандарҙы Балтас районында үткән республика кәңәшмәһендә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин килтерҙе.
Эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәләре иҫәбендә министрлыҡ башлығы ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмдәре, һыйырҙар һәм аттар иҫәбе буйынса республиканың алдынғылыҡты биләүен атаны. Башҡортостан халыҡты төп аҙыҡ-түлек продукттары менән тулыһынса тәьмин итә.
— Шул уҡ ваҡытта малдың продуктлылығы буйынса беҙ ныҡ ҡалышабыҙ, — тине Азат Йыһаншин. — Һәр һыйырҙан һауым буйынса беҙ илдә 34-се генә урынды биләйбеҙ, һыйыр малының тәүлегенә уртаса артымы буйынса – 16-сы, сусҡаларҙың – 18-се, йомортҡа алыу буйынса 26-сы урындабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2009 йылда һәр һыйырҙан уртаса һауым – 3852 килограмм, һыйыр малының тәүлегенә артымы — 498 грамм, йомортҡа алыу 310 дана тәшкил иткәйне.
Азат Йыһаншин, продуктлылыҡты арттырыу өсөн урындарҙа тоҡомсолоҡ эше алып барырға, малды яҡшы мал аҙығы базаһы менән тәьмин итергә кәрәк, тип билдәләне.
— Беҙ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә тейешбеҙ, ә эшләмәү сәбәптәрен түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
продуктлылыҡ
Читайте нас