10:49 (UTC+5), 13 Июля 2010

Республика һыу һаҡлағыстарында һыу запасы ҡара көҙгә тиклем етәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Республикала һәр ваҡыт күҙәтелгән һыу аҙ булыу проблемаһын быйылғы ҡоролоҡ тағы ла көсәйтте. 2010 йылғы яҙғы ташҡын да уртаса күп йыллыҡ кимәлдәрҙән кәмерәк булды.
Май-июндә республика территорияһында яуым-төшөм дә бик аҙ булды. Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, майҙа улар норманан – 47%, июндә ни бары 19% тәшкил итте. Был һыу етешмәүҙе тағы ла тәрәнәйтте.
Ошондай уҡ проблема Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә, шул иҫәптән беҙҙең күршеләребеҙ – Силәбе өлкәһендә, Татарстанда ла күҙәтелде.
«Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығы» дәүләт учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Ағиҙел йылғаһы буйлап иң түбән һыу кимәле күҙәтелә. Республиканың бөтә йылғаларында һәм һыулыҡтарында да түбән кимәл билдәләнгән.
Яуым-төшөмдәр булмауы күп бәләкәй йылғаларҙың ҡороуына һәм төп һыу объекттарына һыу килеү кәмеүенә, ер аҫты һыуҙары кимәле һайығыуға килтерҙе, һөҙөмтәлә халыҡты эсәр һәм хужалыҡ ихтыяждары өсөн һыу менән тәьмин итеү ҡатмарлашты.
Аҙ һыулылыҡ йылға-күлдәрҙең йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһына ла янай. Яуым-төшөм булмауы иҡтисадтың күп тармаҡтарына, беренсе сиратта ауыл хужалығына һәм суднолар йөрөшөнә, урман хужалығына ҙур зыян килтерә.
БР Экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙ һыулылыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү өсөн БР Хөкүмәтендә республика ташҡынға ҡаршы комиссияһы эшләүен дауам итә. Бөгөн Павловка, Йомағужа һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарының көйләү мөмкинлектәре максималь файҙаланыла. Әммә республикала ҙур һыу һаҡлағыстар булмауын иҫәпкә алып, төп йылғаларыбыҙҙа һыу етешмәүен бер нисек тә тулыландырып булмай.
Шул уҡ ваҡытта был осорҙа республика өсөн һыу һаҡлағыстарыбыҙҙың ролен баһаламау мөмкин түгел. Әйтәйек, Павловка һыу һаҡлағысынан һыу ағыҙыу арҡаһында ғына Өфө нефть эшкәртеү заводы һәм Өфөнөң 2-се йылылыҡ-энергетика үҙәге һыу алыу ҡоролмаларының туҡтауһыҙ эше тәьмин ителә, Йомағужа һыу һаҡлағысынан һыу ағыҙыу иҫәбенә Ағиҙел йылғаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә һыуҙың яраҡлы экологик торошо һаҡлана һәм Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеүсе Ергән һыу алыу ҡоролмаһы өҙлөкһөҙ эшләй.
«Уфаводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфөлә эсәр һыу менән өҙөклөктәр булғаны юҡ. Республиканың тәрән булмаған скважиналар, шишмәләр, ҡоҙоҡтар төп эсәр һыу сығанағы булып торған күп ауыл райондарында ер аҫты һыуҙары кимәле кәмеү сәбәпле һыу менән тәьмин итеү ҡыйынлашты.
Һуңғы ваҡытта граждандарҙан төрлө органдарға, йәнәһе, Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү һөҙөмтәһендә йылғалар һайыҡты, тигән мөрәжәғәттәр йышайҙы. Был һис тә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һыу һаҡлағыстар, шул иҫәптән Йомағужа ла, ташҡын осоронда һыу менән тултырыла. Ташҡындан һуң осорҙа аҡрынлап һыу ағыҙыу алып барыла, был аҙ һыулы ҡоро йылдарҙа халыҡты һыу менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
Һыу һаҡлағыстарҙың һыу ағыҙыу графиктары раҫланған һәм үтәлә. Һыу һаҡлағыстарҙа һыу запасы ҡара көҙгә тиклем етерлек.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика