Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.41
+0.38
28+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2010, 18:41

«Өфө» аэропортында аш-һыу сифаты ла яҡшы булырға тейеш

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты эске авиалиниялар терминалының бизнес-залында аш-һыу әҙерләү һәм сервировкалау буйынса сираттағы мастер-класс үткәрелде, уны аэропорттың йәмәғәт туҡланыуы комплексы белгестәре үткәрҙе.
Сараны был подразделение директоры урынбаҫары Рәйес Насиров асты. Ул, мастер-класс үткәреү үҙҙәрендә етештерелгән продукцияның ассортиментын киңәйтеүгә һәм сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне. Быға йәмәғәт туҡланыуы подразделениелары: 1-се һәм 2-се аэровокзал комплекстары, эшселәр ашханаһы һәм кафе араһында ойошторолған ярыш та булышлыҡ итә.
Был көндө шулай уҡ сығарылған продукцияның ассортиментын тулыландырырлыҡ ҡайһы бер яңы блюдалар ҙа тәҡдим ителде.
Әҙерләнгән аш-һыуҙың сифатын баһалауҙа бойондороҡһоҙ эксперттар ҡатнашты, тип хәбәр итә «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: