Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2010, 12:44

Ейәнсура районында эхинококкозға ҡаршы көрәш алып барыла

Ағымдағы йылда Ейәнсура районында кешенең эхинококк менән ауырыу осрағы теркәлгән. Үткән йылда был сир менән алты кеше ауырығайны.
Был ауырыу электән билдәле һәм киң таралыу алған. Уны башлыса эттәр тарата, әммә кешенең төрлө шарттарҙа зарарланыуы мөмкин: зарарлы хайуандар менән контакт булғанда, емеш-еләк һәм үләндәр йыйғанда, бысранған һыу сығанаҡтарынан һыу эскәндә. Эхинококкоз ҡатмарлашмаған осраҡта йылдар дауамында үҙен һиҙҙертмәй һәм осраҡлы ғына асыҡланыуы бар. Әгәр эхинококк ҡарышлауығы кешенең ашҡаҙан-эсәк юлына эләкһә, ул ҡан тамырҙарына үтеп инә һәм артабан – һөр төрлө органдарға, унда киста хасил итә. Бик йыш бауыр һәм үпкә зарарлана, һирәк ваҡытта — баш мейеһе. Ваҡыт үтеү менән киста үҫә, эргә-тирәләге туҡыманы ҡыҫа башлай һәм органдар функцияһы боҙола.
Ейәнсура районында — Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары менән бер рәттән — Башҡортостан буйынса ауырыуҙың иң күп осрағы теркәлә. Роспотребнадзор мәғлүмәте буйынса, 2009 йылда ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы аша республикала 18 мең ит түшкәһе үткән. Шуларҙың 1200-ө эхинококк менән зарарланған булған.
Ейәнсура ветстанцияһы ветеринар табип-эпизоотологы Рөстәм Абдуллин әйтеүенсә, район биләмәһендә эхинококкоз менән ауырыуҙың артыуына эттәр араһында берәҙәк хайуандарҙың күбәйеүе һәм халыҡ менән санитар-аңлатыу эштәренең әүҙем алып барылмауы сәбәпсе.
Әлеге ваҡытта районда был сиргә ҡаршы әүҙем көрәш алып барыла. Быйылғы йылдың дүрт айында 359 эттең 19-ында эхинококкоз табылған. Бар сирле һәм эйәһеҙ эттәр ауланған. 2009-2010 йылдарҙа барыһы өс мең самаһы берәҙәк эт тотолған. Шуларҙан быйыл - 465. Ауырыуҙы профилактикалау өсөн махсус препараттар ҡайтарылған.
— Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге менән берлектә беҙ кешеләрҙә эхинококкоз табылыу осраҡтары буйынса тикшереү үткәрҙек, - тине Рөстәм Абдуллин. – Һөҙөмтәлә сир үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыусы мал һуйыу, эт аҫрау һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү кеүек өс төп сәбәп асыҡланған. Һәр айырым осраҡҡа ветеринар-санитар саралар планы төҙөлгән һәм тейешле күрһәтмәләр бирелгән.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: