Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2010, 13:24

Төбәктәр эшмәкәрлеген баһалағанда дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү иҫәпкә алынасаҡ

РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә Юғары иҡтисад мәктәбе йыл аҙағына тиклем мәғлүмәтләштереү кимәле буйынса төбәктәр рейтингын иҫәпләү методикаһын әҙерләйәсәк. Мәғлүмәт – коммуникацион технологиялар индереү буйынса халыҡ-ара күрһәткестәрҙә Рәсәйҙең урынын күтәреү был эштең төп маҡсаттарының береһе буласаҡ. Был турала ҡарар Мәскәүҙә 1 июндә үткән төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү буйынса Совет ултырышында ҡабул ителгән.
РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Совет ултырышында ҡатнашыусылар төбәк хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү мәсьәләһен тикшергән. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Сергей Собянин ултырышта электрон хеҙмәт күрһәтеү системаларын көйләүҙең власть органдары өсөн өҫтөнлөклө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның әйтеүенсә, проект һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кеүек өлкәләрҙә «сығымдарҙың колоссаль кәмеүенә» мөмкинлек бирәсәк. Ул шулай уҡ хеҙмәттәр исемлеген билдәләү һәм төбәк кимәлендә тейешле графиктар төҙөү зарурлығын билдәләне.
«Мәғлүмәтләштереү күрһәткесе – иң мөһиме, уның буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекты етәксеһенең эшмәкәрлеге баһаланасаҡ», — тип өҫтәне Сергей Собянин. Вице-премьер Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә бер ай эсендә Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереүҙең ентекле планын тапшырырға йөкләмә бирҙе. Ул шулай уҡ ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек итеүҙе булдырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Уның әйтеүенсә, 10 министрлыҡ был эшкә йәлеп ителгән дә инде, ә ҡалған министрлыҡтар системаға йыл аҙағына тиклем тоташтырылырға тейеш.
РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щёголев норматив-хоҡуҡи базаны камиллаштырыу проблемаһына туҡталды. Ул байтаҡ төбәктәрҙә ҡабул ителгән, үҙ-ара көйләнгән һәм ғәмәлдә ҡулланыла башлаған документтар булыуын билдәләне. Шул уҡ мәлдә «средстволарҙы бер типтағы, һынау үткән эштәргә сарыф итеү өсөн, минималь сығымдар менән бәйле ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеген» һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ултырышта йәнә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм базаһын ойоштороу кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә электрон төрҙә хеҙмәт күрһәтеүгә күсеүҙе баһалаусы күрһәткестәрҙе билдәләүгә махсус иғтибар бирелде.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда электрон хеҙмәт индереү өсөн күп нәмә эшләнә.
Күптән түгел Мәскәүҙә, «Элемтә-Экспокомм-2010» халыҡ-ара телекоммуникацион ҡорамалдар, идара итеү системалары, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә хеҙмәтләндереүҙәре күргәҙмәһендә «Башҡортостан Республикаһының Электрон Хөкүмәте» проекты тәҡдим ителде. Бөгөн иһә дәүләт власы органдары порталы, дәүләт хеҙмәттәре сайты, дәүләт һатып алыуҙар порталы, төбәк раҫлау үҙәге, ведомство-ара мәғлүмәттәр бәйләнеше системаһы, күп функциялы үҙәк, мәғлүмәт киоскылары һәм электрон карта эшләп килә. Электрон цифрлы ҡултамға индерелә.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: