05:30 (UTC+5), 19 Мая 2010

«Газ. Нефть. Технологиялар-2010» күргәҙмәһе 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыясаҡ

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
25 майҙа Өфөлә XVIII «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Был донъялағы һәм илебеҙҙәге нефть, газ, знергетика сәнәғәте лидерҙарының иң оло форумы. «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» форумы Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы патронажы аҫтында, Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡатнашлығында үткәрелә. Быйыл уға Рәсәй химиктар ойошмаһы ла рәсми ярҙам күрһәтә.
Ошо ваҡиғаға арналды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры Юрий Пустовгаров ҡатнашлығында «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат коференцияһы.
Вице-премьер әлеге форумдың бер республика өсөн генә түгел, тармаҡтың халыҡ-ара кимәлдә үҫешеүе өсөн дә әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Күргәҙмә республиканың үҙенсәлекле бренды булып тора, — тине Юрий Пустовгаров.
Уның Башҡортостанда үткәрелеүе республиканың иҡтисади яҡтан тотороҡло төбәк һәм Рәсәйҙә нефть эшкәртеүсе эре субъект булыуына бәйләнгән. Башҡортостандың уникаль нефть-газ традициялары булыуҙан тыш, бай тәбиғәт ресурстары һәм производство-фәнни потенциалы бар. Башҡортостан донъяның 90-дан ашыу иле менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерә, юғары инвестицион рейтингҡа эйә һәм инвестицион хәүефе аҙ булған субъекттар иҫәбенә ҡарай.
Быйылғы форумды үткәреү тураһында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Никин тулыраҡ һөйләне. Үҙенең ҡаҙаныштарын күргәҙмәлә 323 ҡатнашыусы тәҡдим итәсәк. 12 сит илдең нефть тармағы продукцияһы менән технологиялары күрһәтеләсәк. Рәсәйҙең 68 ҡалаһынан предприятиелар Өфөнөң Спорт һарайында стендтарын урынлаштыра башлаған. Йола буйынса иң ҙур экспозиция республика етештереүселәрендә - 100-ҙән ашыу экспонат ҡуйыласаҡ.
Күргәҙмә республика киңлегенән әллә ҡасан сыҡҡан. Быйылғы йылда уға Сәғүд Ғәрәбстанының, Италия, Ҡаҙағстандың эшлекле даирәләре ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Күргәҙмә алдынан «Башҡортостан» күргәҙмә компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре ҡатнашыусыларға мониторинг үткәргән. Журналистарға уның етәксеһе Альбина Килдеғолованың хәбәр итеүенсә, күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ бар продукцияның 92% беҙҙең илдә етештерелгән. Илдә газ-нефть тармағының йылдам үҫешен билдәләүсе йәнә бер күрһәткес - 79% ҡатнашыусылар дилер түгел, ә етештереүсе предприятиелар. Быйыл форумға Рәсәй предприятеларын йәлеп итеү өсөн ойоштороусылар барыһын да эшләгән. Илебеҙҙән ситтә «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» күргәҙмәһе рекламаға мохтаж түгел.
Ғәҙәттәгесә, форумдың эш программаһы бик бай. Уның тураһында «БР нефтехимик эшкәртеү институты» ДУП-ы директоры Эльшад Теләшев һөйләне. Күргәҙмә сиктәрендә нефть эшкәртеү һәм нефть-газ табыу активтарын баһалауға арналған ике халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Бында ҡатнашыу өсөн 89 ойошманан 250-нән ашыу фәнни материал ҡабул ителгән. Улар барыһы ла баҫтырыласаҡ һәм күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға тәҡдим ителәсәк.
Форумда нефть продукттарын торба үткәргестәре аша транспортлауҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм ҡуша сығарылған газды утилләштереү проблемалары тикшереләсәк. «Энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» ДУП-ының генераль директоры урынбаҫары Марат Солтанов әйтеүенсә, был йәһәттән Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһе бар, һәм ул башҡа төбәктәргә лә файҙалы буласаҡ.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн ойоштороусылар киң мәҙәни программа ла әҙерләгән.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика