Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Май 2010, 12:09

Автомобилдәрҙе утилләштереү пунктына алып барыуға субсидиялар 5000 һумдан артмай

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, эксперимент үткәреү сиктәрендә, сауҙа ойошмаларының сафтан сыҡҡан автотранспорт сараларын утилләштереү пунктына алып барғанда килеп тыуған сығымдарын ҡаплауға федераль бюджеттан субсидиялар биреү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эксперимент утилләштереүгә тапшырылған сафтан сыҡҡан иҫке автомобиль урынына яңы автотранспорт сараһын һатып алыуҙы стимуллаштырыуға йүнәлтелгән.
РФ Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, утилләштереү пуктына алып барылған бер автотранспорт сараһына субсидия күләме 5000 һумдан ашмаҫҡа тейеш. Субсидиялар сауҙа ойошмаларына ай һайын бирелә.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: