Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.51
-0.5
90.94
+0.94
75.32
+2.09
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Апрель 2010, 18:42
Иң арзан интернет – Волга буйы округында һәм Уралда
Рәсәй төбәктәрендә интернетҡа тоташыу тиҙлеге – Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда – бер йыл эсендә өс тапҡырға артты һәм секундына 1100 Кбитты үтеп китте. Рәсәйҙә иң арзан интернет – Волга буйы федераль округында һәм Уралда. Шундай мәғлүмәт килтерә Яндекстың илебеҙ төбәктәрендә интернет үҫешенә арналған мәғлүмәт бюллетене.
Бер айҙа интернет-аудитория 39,7 миллион кешегә еткән. Был 18 йәштән үткән Рәсәй халҡынан 34 процент. Уҙған йыл эсендә Рәсәйҙә интернет таралыуы 20 проценттан әҙ генә күберәккә артҡан.
Интернет таралыуы буйынса Волга буйы федераль округы дүртенсе урында тора. Беренсе урында, көтөлгәнсә, - Үҙәк федераль округы. Һуңғы урында – Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ округы. Ҡулланыусылар әүҙемлеге буйынса Волга буйы шулай уҡ дүртенсе урында. Бында Алыҫ Көнсығыш алдынғылыҡты бирмәй, ә рейтингтың иң түбәнендә Үҙәк федераль округ урынлашҡан (Мәскәүҙе иҫәпкә алмайынса).
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
элемтә
интернет
рейтинг
Читайте нас: