Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.13
+1.22
94.67
+1.51
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Март 2010, 16:28
Башҡортостанда өҙлөкһөҙ аграр белем системаһы булдырыла
Башҡортостанда аграр белем системаһы модернизациялана. Был өлкәлә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты сығарылыш студенттары менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һөйләне.
— Республикала Башҡорт дәүләт аграр университеты нигеҙендә университет комплексы төҙөү буйынса эштәр тамамлана, — тип хәбәр итте Шамил Вахитов. – Уның составына тәүге этапта Башҡорт агросәнәғәт комплексы кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү институты, һуңыраҡ башланғыс һөнәри белем биреү һәм урта һөнәри белем биреү йорттары инәсәк. Өҙлөкһөҙ белем биреүҙең берҙәм системаһын тәьмин итеү университет комплексы булдырыуҙың төп маҡсаты иҫәпләнә.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
мәғариф
ауыл хужалығы
кадрҙар
Читайте нас