Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2010, 17:05

Өфө предприятиелары миллиард долларҙан ашыу суммалыҡ тауарҙы экспортҡа сығарған

Өфө предприятиелары 2009 йылда 1,1 миллиард АҠШ доллары менән иҫәпләнгән тауарҙы экспортҡа сығарған. Экспортланған продукцияның төп өлөшө машина ҡорамалдарына, химия тауарҙарына, металдарға һәм уларҙан эшләнгән изделиеларға тура килә. Ошондай мәғлүмәт бирҙе бөгөн ҡала хакимиәте башлығы менән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Руслан Мирсаяпов.
Уның әйтеүенсә, Өфө предприятиеларының тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылда 1,352 миллиард доллар тәшкил иткән. Был 2008 йыл менән сағыштырғанда яҡынса 28 процентҡа аҙыраҡ. Был күрһәткестең түбәнәйеүенә тәү сиратта иҡтисади көрсөк йоғонто яһаған. Шулай ҙа, бар донъя кисергән финанс ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сауҙа балансында Өфө ыңғай сальдоны һаҡлап ҡалған – 2009 йылда 252 миллион доллар тәшкил иткән импортты экспорт дүрт тапҡырҙан да күберәккә артып киткән. Ҡалабыҙҙың иң ҙур экспортлаусылары булып «ӨМЭПБ», «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы», «Өфө нефть эшкәртеү заводы», «Уфанефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Өфө фанера комбинаты» һәм «Транстерминал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре тора.
— Уҙған йылда донъялағы 76 ил Өфөнөң сауҙа партнерҙары булған, — ти Руслан Мирсаяпов. – Алыҫ сит илдәр менән тауар әйләнеше 1,05 миллиард доллар тәшкил иткән, ә БДБ илдәре менән – 302 миллион.
Өфө тауар етештереүселәре экспортының төп өлөшөн Италия, Ҡаҙағстан, Латвия һәм Нидерландҡа сығарылған минераль продукттар (47,3%) тәшкил иткән. Экспорттың дөйөм күләмендә машина төҙөлөшө продукцияһының өлөшө 37 процентҡа тиклем артҡан, был һан 2008 йылда 21 процентҡа тиң ине.
— Был үҫеш турбореактив һәм газ-турбиналы двигателдәр частәре, шулай уҡ махсус тәғәйенләнешле автомобилдәр экспорты артыуы менән аңлатыла, — тине Руслан Мирсаяпов. – Был өлкәлә Һиндостан, Алжир, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан ҡаланың иң ҙур партнерҙары булды.
Химия сәнәғәте тауарҙары экспорты уҙған йылда 66 миллион доллар тәшкил иткән. Өфө предприятиелары күп осраҡта органик химик берләшмәләр, майлау материалдарына өҫтәмәләр, резина изделиеларҙы экспортҡа сығарған.
Импортҡа килгәндә иһә, Өфө предприятиелары күбеһенсә машина төҙөлөшө тармағы продукцияһын һатып алған. Ситтән һатып алынған тауарҙың дөйөм күләмендә уның өлөшө 81 процент тәшкил иткән. Өфөгә АҠШ-тан, Франция, Австрия, Италия, Ҡытай, Украинанан, Үзбәкстандан йөк ташыуға тимер юл вагондары, еңел автомобилдәр, сәнәғәт ҡорамалдары килтерелгән.
2008 йыл менән сағыштырғанда Өфөгә сит илдә етештерелгән химия тауарҙарын индереү өс тапҡырға кәмегән – 51-ҙән 17 миллион долларға тиклем һәм импорттың дөйөм күләменән 6,8 процент тәшкил иткән. Сит илдән күп осраҡта катализаторҙар, кислота, керамик плитә етештереүгә пигменттар һатып алынған. Бынан тыш, Өфө предприятиелары сит илдән 8,3 миллион долларға - аҙыҡ-түлек продукцияһын, 7,3 миллионға быяла изделиелар һатып алған. Башҡа төрлө тауарҙар өлөшө импорттың дөйөм күләмендә әллә ни ҙур түгел.
2009 йылда, Руслан Мирсаяпов әйтеүенсә, ҡала хакимиәтендә сит ил делегациялары менән 52 осрашыу үткәрелгән. Республиканың баш ҡалаһына Швейцария, Германия, Канада, Австрия илселеге вәкилдәре, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Швеция, Чехия, Японияның эшлекле кешеләре, шулай уҡ Өфө менән туғанлашҡан Анкара, Шэньян, Ырымбур, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан рәсми делегациялар һәм эш төркөмдәре килгән. Үҙ сиратында Өфө хакимиәте ҡала делегацияһына Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә 17 эш сәфәре ойошторған.
Уҙған йылда сит ил капиталын йәлеп итеү юлы менән Өфө биләмәһендә эре инвестицион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре лә әүҙем хәл ителгән. Августа, мәҫәлән, «Икеа» компанияһының 160 мең квадрат метрлыҡ майҙанлы күп функциялы «Мега-Өфө» үҙәге төҙөлөшө буйынса эштәр тергеҙелгән. Был объект төҙөлөшө барышында әле 2,6 миллиард һумдан ашыу сара үҙләштерелгән. Дөйөм төҙөлөш эштәренең яртыһы тамамланған, һәм ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында комплексты сафҡа индереү ҡарлаған.
Ирландияның «Куинн Групп» инвестицион компанияһы бизнес-парктың беренсе сираты сиктәрендә Өфө-Аэропорт трассаһы янындағы «Касторама» хужалыҡ һәм баҡса тауарҙары гипермаркеты төҙөлөшөн дауам итте. Бында эштәрҙең 70 проценты тамамланған, 1,92 миллиард һум үҙләштерелгән. Гипермаркетты асыу тантанаһы июнгә билдәләнгән.
Элеккегә ҡарағанда бер аҙ яйыраҡ темпта “Ҡашҡаҙан” күле эргәһендә аквапарклы, күп функциялы «Аврора» комплексы төҙөлөшө дауам ителә, уның төҙөлөшөнә лә сит ил капиталы йәлеп ителгән. Бынан тыш, «Рейвен» инглиз логистик компанияһы быйылғы йылда дөйөм майҙаны 100 мең квадрат метрлыҡ “А” класындағы логистик терминал төҙөлөшөн башларға ниәтләй. Ә «РосЕвроДевелопмент» компанияһы быйыл Глумилино биҫтәһендә күп функциялы «Планета» комплексының беренсе сиратын төҙөүҙе финанслай башлай.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: