06:04 (UTC+5), 23 Февраля 2010

1 марттан кадастр иҫәбенең яңы ҡағиҙәләре көсөнә инә

Юлай Мәғсүмов
Күсемһеҙ милекте һәм уның менән башҡарылған килешеүҙәрҙе теркәү, шулай уҡ тейешле реестрҙан мәғлүмәттәр алыу анһат һәм ябай эшкә әйләнәсәк. 2010 йылдың 1 мартынан 2009 йылдың 21 декабрендәге “РФ-ның айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы” 334-сы һанлы федераль закондың бер нисә положениеһы көсөнә инә. Ғәмәлгә индерелгән үҙгәрештәр күсемһеҙ милектең кадастр иҫәбе һәм дәүләт теркәүе өлкәһен көйләүсе ике төп законға ҡағыла.
Беренсенән, индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, күсемһеҙ милекте һәм уның менән башҡарылған килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүен һәм милектең кадастр теркәүен бер дәүләт органы башҡарасаҡ, был, үҙ сиратында, күсемһеҙ милеккә хоҡуғығыҙҙы теркәүгә ғариза биргәндә бер юлы кадастр иҫәбенә алыуҙарын һорап ғариза яҙырға ла мөмкинлек бирәсәк.
Икенсенән, индерелгән үҙгәрештәр шәхси милеккә хоҡуҡты теркәүҙе һәм милек менән башҡарылған килешеүҙәрҙе, шулай уҡ кәрәкле реестрҙан мәғлүмәттәр алыу тәртибен ябайлаштырасаҡ. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн ғариза менән теркәү органына барып тормайынса, тейешле документтарҙы һәм ғаризаны, хатҡа һалынған документтарҙы теркәп, тапшырылыуы тураһында белдереү ҡағыҙы булған хаҡы күрһәтелгән хат аша ебәрергә мөмкин. Был осраҡта ғаризалағы имзағыҙ, күсемһеҙ милек менән башҡарылған килешеү һәм уға ышаныс ҡағыҙы нотариуста раҫланған булырға тейеш. Хат аша ғариза ебәргән кешегә яуап биргәндә теркәү органы документтарҙы алыуы тураһында расписка һәм, ғаризала айырым билдәләнгән икән, дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡты ла почта аша ебәрә. Почта аша теркәү органына мөрәжәғәт иткәндә иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тейешле һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн ғариза һәм һорауығыҙҙы тултырғанда тәғәйен талап һәм тәртиптәрҙе үтәргә кәрәк.
Тейешле реестрҙарҙан мәғлүмәттәр биреү тәртибенә лә үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар закондың юридик техникаһын камиллаштыра. Мәҫәлән, юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт теркәүенән мәғлүмәттәр алыу ябайлаша: хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе системаһының теләгән органына һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин (элек – күсемһеҙ милек урынлашҡан адрес буйынса ғына ине).
Элек арбитраж идара итеүсе теркәү органынан Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестрынан (ЕГРП) мәғлүмәт талап итә алмай ине. Күсемһеҙ милек хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе идарасы суд аша юлланы. 1 марттан иһә бурыслыларҙың милке хаҡындағы мәғлүмәтте идарасы бушлай үҙе алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарығыҙҙы теркәргә ризалашмаһалар һәм һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙе кире ҡағыуҙарын суд законһыҙ тип тапһа, хоҡуҡтарығыҙ суд ҡарары нигеҙендә теркәләсәк – документтарҙы икенсегә тапшырыуҙың кәрәге юҡ.
Быларҙан тыш, ғариза яҙыусыға шәхесте таныҡлаусы документ йәки юридик шәхесте дәүләт теркәүе хаҡында таныҡлыҡ килтереү мотлаҡ түгел. Үҙегеҙҙең йәки почта (электрон) элемтәһе аша һорау ебәреүегеҙ ҙә етә. Федераль законға ярашлы мәғлүмәттәр бирергә ярамаған осраҡта ғына һорауығыҙҙы кире ҡағыуҙары бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика