Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
05:44 (UTC+5), 18 Февраля 2010

Сауҙа-сәнәғәт палаталары мәшғүллек проблемаларын хәл итеүгә тотона

Эльвира Латипова
Кисә Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы инициативаһы буйынса «2010 йылда эшһеҙ халыҡты эшкә урынлаштырыу проблемаларын хәл итеү юлдары» Бөтә Рәсәй интернет-конференцияһы үткәрелде.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан вебинарҙа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин һәм палата белгестәре, шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының бүлек начальнигы Альбина Сәлимова ҡатнашты.
Тема илдең бөтә төбәктәре өсөн дә тиерлек актуаль, шуға күрә Интернет-конференцияның географияһы киң булды.
Вебинарҙа халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға ярҙам дәүләт программалары менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ төбәк Сауҙа-сәнәғәт палаталарының халыҡты эшкә урынлаштырыу һәм эшһеҙҙәрҙе уҡытыу проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса практикаһы ла ҡаралды. Палаталар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ярославль өлкәһе Сауҙа-сәнәғәт палатаһының көрсөккә ҡаршы үҙәге эше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Волгоград өлкәһе Сауҙа-сәнәғәт палатаһы белгестәре һөнәри йүнәлеш биреү саралары үткәреүҙә үҙ тәжрибәләре хаҡында һөйләне. Эшһеҙлек төп социаль афәт булып торған тольяттиҙар бизнес-инкубаторҙарҙың һөҙөмтәлелеге айҡанлы үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика