Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2010, 17:41

2009 йылда аграрийҙар 100,8 миллиард һумлыҡ продукция етештерҙе

Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 2009 йылда 100,8 миллиард һумлыҡ продукция етештерҙе. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был 2008 йыл кимәле менән сағыштырғанда 100,1 процент. Бөтә продукцияның 64,8 проценты халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештерелгән. Йәмәғәт секторына – 30,6%, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға 4,6 процент тура килә. 2008 йылда йәмәғәт секторы алдынғылыҡты биләгәйне — 57,5 процент.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: