Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
74.23
+4.87
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2010, 15:34

"Гидравлика" инженерҙары Рәсәйҙә иң яҡшылары булыуға дәғүә итә

«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Евгений Кононов һәм Ирина Казакова «Йыл инженеры-2009» бөтә Рәсәй конкурсының беренсе турында еңде.
Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса конструктор бюроһы начальнигы Евгений Кононовҡа “Рәсәйҙең профессиональ инженеры” исеме һәм тейешле билдә менән сертификат бирелгән. Инженер-конструктор Ирина Казаковаға “Йәштәрҙең инженер сәнғәте” версияһы буйынса «Йыл инженеры» бөтә Рәсәй конкурсының беренсе туры еңеүсеһе Дипломы тапшырыласаҡ.
Наградалар тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә, Фәнни һәм инженер йәмғиәте берекмәләре ойошмаһында, Курсов тыҡрығының 17-се һанлы йортонда Инженер даны залында үтәсәк.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәр икенсе турҙа ла ҡатнаша. «Гидравлика»ла был конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу ҙур, йыл һайын унда бер нисә белгес көс һынай. Әйтергә кәрәк, һөҙөмтәләр ҙә бар, сөнки предприятиела инженер асыштарына һәм инновацияларға тейешле иғтибар бүленә.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: