04:38 (UTC+5), 20 Ноября 2009

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев “Рәсәйҙә медицина ксенон технологияларын үҫтереү” эш кәңәшмәһендә ҡатнашты

Михаил Сытин
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев “Рәсәйҙә медицина ксенон технологияларын үҫтереү” эш кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда ксенон инертлы газын ватан һаулыҡ һаҡлау практикаһына индереүҙе ойоштороуҙың һәм уның иҡтисади һөҙөмтәлелегенең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә Рәсәй ғалимдарының практик медицинала ксенонды ҡулланыу, киң спектрҙағы сирҙәрҙе дауалау методологияларын эшләү, ватан медицина техникаһын булдырыу, яңы сеймал сығанаҡтарын һәм ксенон етештереү технологияларын үҙләштереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарына ҡағылған мәсьәләләр комплексы тикшерелде.
Беҙҙең ил ксенонды клиник практикала ҡулланыуға рәсми рөхсәт биргән тәүге ил булып тора. Медицина ксеноны алыу өсөн етештереү ҡеүәте бар, уны күп тапҡыр файҙаланыу технологияһы эшләнгән, ксенон наркозы һәм терапияһы өсөн аппаратура булдырылған.
Медицинала юғары технологиялар файҙаланыуҙың заманса тенденцияһы препараттарҙың организмға мөмкин тиклем аҙ йоғонтоһон күҙ уңында тота, шуға күрә кеше өсөн ошо зарарһыҙ анестезияны ҡулланыу ҙур киләсәккә эйә.
Рәсәйҙә ксенон ни бары ике-өс төбәктең дауалау учреждениеларында ғына ҡулланыла. Республикабыҙҙа ксенон ҡулланыу мәсьәләләре академик кимәлдә - 2007, 2008 һәм 2009 йылдарҙа үткән медицина конференциялары сиктәрендә ҡаралғайны.
Әле Башҡортостанда йыл һайын 40 меңдән ашыу ингаляция наркозы яһала. Ксенонды киң ҡулланып һәм тейешле инфраструктура булдырып, уның хаҡын ярайһы уҡ арзанайтыу мөмкинлеген иҫәпкә алғанда, ул үҙ урынын ныҡлы биләйәсәк тип ышаныс менән фаразларға була.
Республикала ксенон анестезияһы тәү сиратта бик күп ҡатмарлы һәм оҙайлы операциялар үткәрелгән, бала табыуҙың ҡатмарлы осраҡтары булған, нервы системаһы сирҙәре менән яфаланыусыларға операциялар үткәрелгән Өфө һәм Стәрлетамаҡ кеүек эре ҡалаларҙа үҙен аҡлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика