11:27 (UTC+5), 19 Ноября 2009

Раил Сарбаев: «Киләһе аҙнала Башҡортостанға яңы самолеттар киләсәк»

Любовь Колоколова
Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге баш ҡалаһы беҙгә тағы ла яҡынаясаҡ. Өфөнән 500 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Сибайға осоу ваҡыты 40 минуттан артмаясаҡ.
18 ноябрҙә Башҡортостан Премьер-министры Раил Сарбаев Чехиялағы Куновица ҡалаһында урынлашҡан Аirсrаft Industriеs авиатөҙөлөш предприятиеһында булды. Башҡортостан делегацияһы завод акционеры вәкиле, “УГМК-Холдинг” йәмғиәтенең корпоратив мөнәсәбәттәр һәм махсус проекттар буйынса директоры Олег Мелюхов, директорҙар советы рәйесе Павел Вах, заводтың генераль директоры Илона Плшкова менән осрашты, заводты, шул иҫәптән йыйыу, әҙер продукция цехтарын, унда республикаға оҙатыуға әҙерләнеүсе самолеттарҙы ҡараны.
— Беҙ яҡын арала республикабыҙға ҡайтарыласаҡ ике L-410 UVР-Е20 самолетын ҡараныҡ. Заманса авионика менән йыһазландырылған, осоу-техник күрһәткестәре яҡшы булған, файҙаланыуҙа ышаныслы, хеҙмәтләндереү һәм сервис яғынан ябай 19 урынлы турбовинтлы һауа судноһы ул, — тине Премьер-министр.
L-410 UVР-Е20 самолеты Европа һәм Рәсәйҙә сертификатланған. Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, самолеттың йыһазланышы уны төрлө һауа, географик һәм метеорологик шарттарҙа, яһалма һәм грунтлы ултырыу полосаларында файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Һуңғы сифаты транспортты тағы ла ҡулайыраҡ яһай, тип билдәләне Раил Сарбаев, сөнки уны санитария авиацияһы сифатында ла ҡулланырға мөмкин.
Премьер-министр әйтеүенсә, сәфәр барышында техниканы ҡабул итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйылған. Был аҙнала, шәмбе көнө, беҙҙең техник белгестәр Чехияға уҡырға ебәреләсәк. Нефтекама һәм Сибай ҡалалары аэропорттарының инфраструктураһы яңы төр самолеттарҙы ҡабул итеүгә әҙерләнә, осоштар программаһы төҙөлә.
Рейстар ойоштороу республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүселәрҙең эшлекле әүҙемлеген күпкә күтәрәсәк, тип иҫәпләй Нефтекама ҡалаһы башлығы Олег Руденко.
— Беҙ Өфөгә генә түгел, Татарстан, Пермь, Удмуртияға осасаҡбыҙ. Бөгөн ун йылдан артыҡ эшләтелмәгән аэропортты тергеҙеүгә әҙерләнәбеҙ, заманса навигация йыһаздары урынлаштырыласаҡ. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, аэропорт асыу 33 яңы эш урыны бирәсәк, — ти Олег Руденко.
Беренсе самолетты ноябрҙә үк ҡайтарыу планлаштырыла, ошо уҡ айҙа Сибайға беренсе рейс яһау ниәте бар.
Бынан тыш, Прагала Чехия банкылары етәкселеге менән осрашыуҙа Рәсәйгә самолеттар һатыу схемалары тикшерелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Чехияның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә теләге ҙур. Был уңайҙан РФ транспорт министры Игорь Левитин менән осрашыу планлаштырылған, унда урындағы һауа линиялары үҫеше тураһында һөйләшеү дауам итәсәк. Сәфәрҙә Чехияла етештерелгән самолеттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәген Башҡортостанда ойошторорға тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика