12:08 (UTC+5), 22 Мая 2009

Рәсәйҙең монополияға ҡаршы закондарына үҙгәрештәр индереләсәк

Ольга Горюнова
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт эше илдең иҡтисадын яҡлауға һәм уны һөҙөмтәле үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Хәҙер, финанс көрсөгө осоронда, Рәсәйҙә намыҫһыҙ конкуренция, картель килешеүҙәр, баҙарҙа өҫтөнлөк алыу менән саманан тыш файҙаланыуҙар осраҡтары йышайған саҡта, монополияға ҡаршы закондарға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе килеп баҫты. Был турала "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Павел Субботин һөйләне.
Павел Субботин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә Конкуренцияны үҫтереү программаһы эшләнгән. Был документ иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә, айырыуса төҙөлөш һәм ауыл хужалығы кеүек мөһим өлкәләрҙә, "монополияға ҡаршы" мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тота.
Ләкин монополияға ҡаршы закондарҙы камиллаштырыу дауам иттереләсәк. Монополияға ҡаршы ведомство яғынан хәҙер сауҙа баҙарына ҙур иғтибар бирелә. Ҙур сауҙа селтәрҙәре продукция менән тәьмин итеүселәр (атап әйткәндә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр) менән һуңғылары өсөн файҙаһыҙ шарттарҙа килешеүҙәр төҙөй. Һәм етештереүселәр был сығымдарҙы тауар хаҡына индерергә мәжбүр, был һөҙөмтәлә һатып алыусыларҙың көшөлөгөндә ыңғай сағылмай. Был баҙарҙа хәлде юлға һалыу мәсьәләһе хәҙер Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә тикшерелә.
Тағы бер проблема - баҙарҙа өҫтөнлөклө урын алыу. Ҙур компаниялар үҙҙәренең өҫтөнлөклө урындары саманан тыш файҙаланмаһындар өсөн Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттә ошондай предприятиелар реестры төҙөлдө. Һәм уларҙың эшмәкәрлеге айырым контролдә тотола. Әйткәндәй, был реестрҙа Башҡортостандың 100-ҙән ашыу компанияһы иҫәпләнә.
Тағы бер реестр - намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр - дәүләт һатып алыуҙары баҙарына уларҙың үтеп инеүенә сик ҡуйырға тейеш. Республикала был реестрға 12 предприятие эләкте. Ләкин был реестрға индереү, Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева әйтеүенсә, бик һаҡ үткәрелә, сөнки "ҡара исемлеккә эләгеүсе" ике йылға дәүләт тендерҙарында ҡатнашыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Һәм бының менән йыш ҡына конкуренттар файҙалана.
Павел Субботин билдәләүенсә, монополияға ҡаршы ведомствоның төп бурысы - Рәсәй баҙарында сәләмәт конкуренция шарттары булдырыу, тап ул иҡтисади көрсөктән сығырға ярҙам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика