11:33 (UTC+5), 13 Мая 2009

Өфөлә эшҡыуарҙар форумы үтә

Ольга Горюнова
Бөгөн Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында, "Банкылар. Страховкалау. Инвестициялар. Күсемһеҙ милек-2009" күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙары форумы үтә. Уны ойоштороусылар - БР Милли банкы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, "Рәсәй терәге" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы.
Форум үҙенсә бер быйыл февралдә үткән Эшҡыуарҙар съезында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға тәүге йомғаҡ яһау этабы булып тора. Съезда төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәйне. Атап әйткәндә, бизнесты ойоштороуҙың башланғыс этабында проекттарҙы финанслау (старт-ап), микрофинанслау, гарантия фонды средстволары иҫәбенә заемдар биреү, кредиттар буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн субсидиялаштырыу кеүек эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы кеүек саралар тикшерелгәйне.
Бөгөн форумда БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин билдәләүенсә, әҙерлек эштәренең күбеһе башҡарылған. БР Хөкүмәтенең Микрофинанслау үҙәге төҙөү, бәләкәй предприятиелар өсөн лизинг буйынса процент ставкаларын субсидиялаштырыу тураһында ҡарары проекты - раҫлау стадияһында, башҡа проекттар ҙа эшләй башлаған.
Форумда гарантия фонды аша заемдар биреү тураһында мәсьәлә айырым ҡуҙғатылды. Республикала 14 банк был программа буйынса фонд средстволары менән эшләргә теләк белдерҙе.
Шулай уҡ форумда эшҡыуарлыҡтың дәүләт һәм муниципаль заказға үтә алыу, венчур фондтары эше практикаһы, банкылар берләшмәһе менән баһалау бизнесы араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү кеүек темалар тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика