Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
95.03
+0.52
104.87
+0.42
77.81
+0.19
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2009, 17:36

Ҡулланыу хаҡтары индексы хаҡында

Рәсәйҙә инфляцияның үҫеше билдәләнә. Марттың һуңғы аҙнаһында ул 0,3 процент тәшкил итте, ай башынан - 1,2, ә йыл башынан - 5,3 процент. Бер йыл элек был ваҡытҡа инфляция күрһәткесе кәмерәк ине - 4,8 процент. Рәсәй статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 24 марттан 30-ына тиклем сәйгә һәм шәкәргә хаҡтар - 0,9 һәм 0,7 процентҡа, ит консерваларына, туңдырылған балыҡҡа, макарон һәм кондитер изделиеларының айырым төрҙәренә, йомортҡаға, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатнашмаларына 0,4 - 0,6 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта уҙған аҙнала көнбағыш майы - 0,6, ә тауыҡтар, һөт, аҡ май һәм тары ярмаһы 0,1 - 0,3 процентҡа арзанайҙы. Емеш-йәшелсә продукцияһына хаҡтар уртаса 0,1 процентҡа күтәрелде. Кишер 0,5 процентҡа ҡиммәтәйһә, картуф 0,1 процентҡа арзанайҙы. Автомобиль бензины хаҡы кәмеүен дауам итте (бер аҙнала - 0,4 проценҡа), дизель яғыулығы ла 0,7 процентҡа арзаныраҡ.
Автор:Марият Артюхова
Читайте нас: