Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар , 14:45

«Башҡортостандың этно-һылыуҡайы» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

матбуғат хеҙмәте / «Башҡортостандың этно-һылыуҡайы-2026»
Фото: матбуғат хеҙмәте / «Башҡортостандың этно-һылыуҡайы-2026»

Өфөлә «Башҡортостандың этно-һылыуҡайы-2026» матурлыҡ һәм талант конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Кастингта 16 йәштән 23 йәшкә тиклемге төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша ала. Ҡыҙҙарға төп талаптар: тәбиғи сибәрлек һәм һөйкөмлөлөк; үҙ халҡыңдың традицияларын белеү; сәхнә мәҙәниәте; матур итеп фотоға төшә белеү; 170 сантиметрҙан кәм булмаған күркәм-буй һын; этикаға тап килмәгән фото/видео булмауы.

Конкурсты Һылыуҡай-BashBeauty студияһы ойоштора. Ҡатнашыусылар анкеталарын һәм ғаризаларын 1 февралгә тиклем тапшырырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-23/v-ufe-prinimayutsya-zayavki-na-konkurs-etno-krasa-bashkortostana-2026-4547822

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас