Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
10:28 (UTC+5), 13 Января 2026

Өфөлә Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторола

Быйыл XIX быуат башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, шағир, ғалим-мәғрифәтсе, урман башҡорто Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тула. Ошо айҡанлы Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Тәтешле районы хакимиәте төрлө саралар ойоштора.

Фото: матбуғат хеҙмәте / Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Ләйлә Аралбаева

23 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урман башҡорто» исемле әҙәби-музыкаль кисә була.

Кисәлә республиканың танылған сәхнә йондоҙҙары, күренекле тел белгестәре һәм Тәтешле районының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнаша.

Инеү ирекле, 6+

Ғәли Соҡорой – башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе һәм күренекле дин әһеле дәрәжәһендә оло ихтирам яулаған тарихи шәхес. Уның ғәйәт бай, үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы әҫәрҙәре милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.

Шағирҙың ижадына тормошсанлыҡ, донъяуи дөрөҫлөк, мәғрифәтселек һәм дини әҙәбиәткә ҡыйыу мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ суфыйсылыҡ элементтары хас. Шул уҡ ваҡытта уның шиғриәтендә, сәсмә әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы көслө сағыла. Ике быуат элек ижад иткән милләттәшебеҙҙең берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә өндәгән һүҙҙәре әле лә актуаль.

Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) 1826 йылда Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Атаһының мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғандан һуң, Мөхәмәтғәли Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш мәҙрәсәлә уҡый. Заманында данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлай.

1852 йылда ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. Үҙенең «Манзумати Ғәлийә» («Ғәлиҙең назымдары») исемле ҡулъяҙма китабында: «Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Беҙҙең төп шөғөлөбеҙ – урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһамаҡтыр», – тип яҙа ул.

Республикабыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, ижадын өйрәнеү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Шағирҙың киләсәк быуындарға ҡалдырған бай әҙәби мираҫы ғалимдар, әҙәбиәтселәр тарафынан ентекләп өйрәнелә, нәшер ителә, уның әҫәрҙәре уҡыу программаһына индерелгән. Ҡулъяҙмалары, китаптары, шиғырҙары архив материалдарында тупланып, китапханаларҙа урын алды. Тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа мәсет, Үрге Тәтешлелә башҡорт гимназияһы, үҙәк урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә, музейы эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-13/v-ufe-proydet-literaturno-muzykalnyy-vecher-k-200-letiyu-gali-sokoroya-4535549

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика