84-се йәше менән барған Рәсәйҙең халыҡ артисы, күренекле театр һәм кино актрисаһы, совет экраны йондоҙо Вера Алентова донъя ҡуйған. Ул «Москва слезам не верит», «Завтра была война», «Ширли-Мырли» һәм башҡа фильмдар аша яҡшы таныш.
Актер Анатолий Лобоцкий менән бәхилләшеү сараһына килгән актрисаны ашығыс ярҙам менән дауаханаға алып киткәндәр, ләкин ҡотҡара алмағандар.
«Ул 60 йыл Пушкин театрында эшләне. Бик ауыр ҡайғы. Хушлашыу көнө һәм урыны тураһында хәбәр итербеҙ», — тип яҙылған театрҙың рәсми сайтында.
2023 йылда А.С. Пушкин исемендәге Мәскәү драма театры Өфөгә гастролгә килде. Башинформ Вера Алентованың ни өсөн Өфөнө йылы хистәр менән иҫкә алыуы хаҡында яҙғайны.