Күләмле проект тамашасыны боронғо океандың эпик тарихына сумдыра һәм республикала йылдың иң амбициялы кинопроекттарының береһе булырға вәғәҙәләй.
Туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фильм Башҡортостандың көньяғының төп символы – легендар Торатауға бөтөнләй яңы ҡараш тәҡдим итә. Был боронғо океандың тере организмы – ғәйәт ҙур рифтың мауыҡтырғыс тарихы. Заманса визуализация технологияларын ҡулланып һәм фәнни мәғлүмәттәргә таянып, картинаның ижади төркөмө рифтың барлыҡҡа килеүен күрһәтә, тамашасыларға беҙҙе йөҙҙәрсә миллион йыл айырып торған дәүерҙең шаһиты булырға мөмкинлек бирә.
Сценарий совет геологтары теорияһына таянып яҙылған, уға ярашлы, Торатау боронғо Көнсығыш Европа плитаһы буйлап 2000 километрға һуҙылған барьерлы рифтың бер өлөшө генә булған. Фильм ғилми-популяр кино һәм масштаблы фильм-һәләкәт элементтарын берләштерә.
«Торатау. Боронғо диңгеҙҙәр сере» фильмының премьераһы Ишембай ҡалаһының «Маяҡ» кинотеатрында була. Бер үк ваҡытта онлайн-релизды проекттың рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Бынан һуң картина Башҡортостандың башҡа ҡалалары кинотеатрҙарында күрһәтелә.