Ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән билдәле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең әсәһе 95 йәшендә донъя ҡуйған. Был турала Фирүзә Ибәтуллина хәбәр итә.
Фәниә Әзмөхәмәтова алты бала тәрбиәләп үҫтергән, 12 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт балаһын ер ҡуйынына һалған. Һуңғы йылдарҙа уны Үрге Тәтешлелә йәшәгән кинйә ҡыҙы Фирүзә ҡараған, йәйҙән бирле түшәктә ятҡан.
Инәйҙе Тәтешле районының Сәләй ауылында ерләйҙәр.
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә китеп барҙы.