Халыҡ-ара китап күргәҙмәһе барышында стендта Башҡортостандың иң сағыу баҫмалары: изге «Ҡөрьән Кәрим», башҡорт әкиәттәре һәм легендалары, башҡорт йолалары тураһында китаптар һәм «Урал батыр» китаптары тәҡдим ителде.
Күргәҙмәлә Башҡортостандың Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиле Марат Танһыҡҡужин был ваҡиғаның мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.
«Беҙ халыҡ-ара кимәлдәге ошондай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. «Китап» нәшриәтенең күргәҙмәлә ҡатнашыуына айырыуса һөйөндөк. Быны Төркиә менән берлектә эшләй башлау өсөн яҡшы башланғыс тип иҫәпләйбеҙ», – тип билдәләне Танһыҡҡужин.
Нәшриәт директоры Эльмира Хәйретдинова республикабыҙҙың ошондай сарала ҡатнашыуының мөһимлеген әйтеп үтте:
«Был ҡаҙаныштарыбыҙҙы донъяға танытыу, мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм башҡорт китаптарына иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн шәп мөмкинлек булып тора».
Istanbul Book Fair күргәҙмәһе 1982 йылдан алып үткәрелә, унда йыл һайын ярты миллионға яҡын кеше ҡатнаша.