Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.45
-0.25
91.48
+0.27
61.67
+0.18
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь , 13:10

Республикабыҙ оҫталары «Этностиль» конкурсында наградалар яуланы

Гөлсөм Хөсәйенова / Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Гөлсөм Хөсәйенова / Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

Әстерхан өлкәһендә «Этностиль» Бөтә Рәсәй милли кейем конкурсы үтте. Быйыл сара онлайн-форматта уҙҙы һәм Дағстан, Башҡортостан, Бүрәт, Коми, Сыуаш республикаларынан, шулай уҡ Курск, Әстерхан, Архангельск, Волгоград, Мәскәү, Тула өлкәләренән һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан ҡатнашыусыларҙы берләштерҙе. Тажикстан һәм Үзбәкстан оҫталары ла үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте.

Конкурс эштәрен дүрт номинацияла рус халыҡ костюмын йыйыусы һәм тикшереүсе Сергей Глебушкин рәйеслегендәге халыҡ кейеме һәм дизайны өлкәһендәге төп белгестәрҙән торған жюри баһаланы.

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Этнографик костюм» номинацияһында Василә Камалетдинова – I, Гөлсөм Хөсәйенова – II, Әлфинә Ғәбиҙуллина III дәрәжә лауреат булды. Әлиә Аллағолова, Гөлнур Сөләймәнова һәм Сәриә Ғәбитова дипломдар менән билдәләнде. Был оҫталарҙың барыһы ла – төрлө йылдарҙа уҙғарылған «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаттары.

– Бөтә Рәсәй конкурсында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән оҫталарҙы ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең сәнғәт – оҫталыҡ ҡына түгел, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫына тәрән ихтирам билдәһе лә, – тип белдерҙеләр республика халыҡ ижады үҙәгендә. – Талантығыҙ һәм йолаларға тоғро булыуығыҙ милли кейемде йәшәтә, заманса мәҙәни киңлекте илһамландыра һәм биҙәк өҫтәй. Һеҙгә Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәни байлығын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Конкурс Рәсәй халыҡтарының традицион кейемен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән, оҫталарҙың, модельерҙарҙың, педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың халыҡ кейемен өйрәнеүгә, һаҡсыл ҡарауға һәм ижади үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-12-10/masteritsy-iz-bashkirii-zavoevali-nagrady-v-konkurse-etnostil-4500493

 

 

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас