11 декабрҙә «Китап һөйөүселәр» проекты сиктәрендә тәүге тапҡыр нәшриәттең фирма магазинында башҡорт музыкаһы йондоҙҙарының сығыштарын күрергә мөмкин. Улар йырлап ҡына ҡалмай, шулай уҡ яратҡан китаптары хаҡында ла һөйләй.
«Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, Лиана Хәбибуллина, Рөстәм Ғиззәтуллин, Baby Ti, «Дәрүиш-хан» төркөмө солисы Ринат Зарипов менән йәнле сығыштар һәм күңелле әңгәмәләр көтөлә. Модератор булып Ильяс Батыргәрәев сығыш яһай.
— Байрамда ҡатнашыусыларҙы китап магазинының йылы мөхитендә концерт, китаптар тураһында һөйләшеүҙәр көтә: музыканттар үҙҙәренең ижадына йоғонто яһаған әҫәрҙәр тураһында һөйләмәксе, — тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар. — Шулай уҡ автограф-сессиялар һәм яратҡан артистар менән фотолар, ошо көндә генә китаптарға махсус ташламалар һәм 500 һумдан ашыуыраҡҡа һатып алғанда отошло лотерея тәҡдим ителә.
Проект авторҙары: Эльмира Хәйретдинова һәм Илнур Сәлихов.
0+