Ay Yola этнотөркөмө солистары Алһыу менән бергә башҡарған «Ай, былбылым» йырын тәҡдим итте. Киң билдәле һәм легендар халыҡ йыры хәҙер заманса яңғырай. Премьера төркөмдөң беренсе гастроль туры тамамланыуға һәм 5 декабрҙә Өфөләге концертына бағышланды. Композицияны барлыҡ музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин.
Музыканттар әйтеүенсә, был йыр ҙа «Урал батыр» эпосы менән бәйле. Йырсы һандуғасҡа үҙенең серҙәрен һөйләй. Ә эргәлә Ағиҙел йылғаһы аға. Эпоста был йылға ғына түгел, ә Урал батыр улының тере образы.
«Ай, былбылым» – быуаттар һәм сиктәр аша һалынған күпер, унда мөхәббәт тәбиғәт телендә һөйләшә. Уның тамырҙары менән башҡорт эпосына барып тоташҡан моңло көйө әллә нисәмә быуат буйына халыҡтың күңелендә йәшәй, был йырҙы Башҡортостанда ла, Татарстанда ла яратып башҡаралар», – тип билдәләне төркөм солистары.