Черниковск ҡалаһының (хәҙер Черниковка – Өфөнөң төньяҡ өлөшө) баш архитекторы Маргарит Куприяноваға һәйкәлде декабрҙә ҡуйыу планлаштырыла. Был турала тура бәйләнеш ваҡытында республиканың баш ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев белдерҙе.
– Эштәр туҡтаманы, аҙыраҡ төҙәтмәләр индерелде, декабрҙә ҡуйырға уйлайбыҙ, – тине мэр.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был донъяла ҡатын-ҡыҙ архитекторға беренсе һәйкәл булмаҡсы.
Һәйкәл проектын – Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Дмитрий Винкельман, һәйкәлдең эш моделен Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов тәҡдим итте.
Скульптураны Черниковск ҡалаһының баш архитекторы исемен йөрөткән скверҙа, Первомайская һәм Ульяновтар урамдары сатында ҡуйыу планлаштырыла.