Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.13
+0.53
95.1
+1.4
64.26
+1.25
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь , 20:53

Башҡортостанда боронғо Бушмариндар тирмәне тәртипкә килтеререләсәк

1890 йылғы мәҙәни мираҫ объекты Шишмә районының Дурасов ауылында Дим йылғаһы буйында урынлашҡан.

видеонан стоп-кадр
Фото:видеонан стоп-кадр

Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш барышында Шишмә районы халҡы Радий Хәбировҡа боронғо бинаны — ағалы-ҡустылы Бушмариндар тирмәнен тергеҙеү һәм яңыртыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Бина 1890 йылда төҙөлгән, сауҙагәрҙәр Федор һәм Василий Бушмариндарҙың хужалығына ҡарай. Тирмән 2006 йылға тиклем эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында тәүлегенә 24 тонна иген эшкәртелә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа тирмән яҡындағы10-12 районды он менән тәьмин итә, тип һөйләне Дурасов ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Заманов.

Бөгөн өс ҡатлы ағас бина аяныслы хәлдә, вандалдар тәҙрә-ишектәрен емергән, ел-ямғыр арҡаһында ҡоролма туҙған. Шишмәләр бинаны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуҙы, унда икмәк музейы булдырыуҙы үтенә.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта был мәсьәләне хәл итеү юлы юҡ.

«Беҙгә уны мотлаҡ һаҡларға кәрәк. Тәүҙә мөмкинлектәр булдырырға, унан һуң төҙөлөш тураһында уйларға. Тик 2026 йылда түгел. Бының өсөн күп аҡса кәрәк буласаҡ. Мин мотлаҡ барып ҡарармын, тәртип булдырасаҡбыҙ тип ныҡлы вәғәҙә бирәм», — тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Кушнаренко районындағы Топорниндар йортон миҫал итеп килтерҙе, был бина Бөтә Рәсәй тарихи биләмәләр конкурсында ҡатнашып, реконструкциялауға аҡса еңеп сыҡҡан.

Тура эфир тексты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-11/v-bashkirii-rasskazali-chto-zhdet-starinnuyu-melnitsu-bratiev-bushmarinyh-4462196

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: