
3 ноябрҙә Өфөлә йәнә «Сәнғәт төнө» акцияһы ойошторола. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова белдерҙе.
Быйыл саралар Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала, «Халыҡ көсө — мәҙәниәттәр берҙәмлегендә» темаһы төп урынды биләй. Музейҙар һәм театрҙар, күргәҙмә һәм концерт залдары, китапханалар һәм мәҙәни клубтар офлайн һәм онлайн ҡатнашыу форматтарын тәҡдим итә.
«Өфө – дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» байрам программаһы республиканың баш ҡалаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң төп ваҡиғаһы булмаҡсы. Сара 31 октябрҙә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында уҙғарыла.