«Милли кейем көнө — республикабыҙҙың иң матур байрамдарының береһе. Беҙ уны 2020 йылда булдырҙыҡ. Бына биш йыл инде апрелдең һәр өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында күп милләтле республикабыҙ халҡы ғорурлыҡ менән милли кейемдәрен кейеп сыға. Башҡортостанда ошо күркәм датаға арналған күргәҙмәләр, флешмобтар, башҡа сағыу саралар уҙғарыла», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ул шулай уҡ 8 сентябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнеүен иҫкә төшөрҙө.
Төрлө милләт вәкилдәренең бер-береһен ихтирам итеүе, дуҫ һәм татыу йәшәй белеүе – Башҡортостандың, ғөмүмән, илебеҙҙең төп байлығы, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.